АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
4 Август 2023, 09:30

ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ, АҢЛАШЫҒЫҘ!

Күп ирҙәр конфликтлы мәлдә ғаиләнән ситкәрәк китеп, проблеманан сығам тип уйлай. Ҡатынының “енләнгән” сағы шулай үтер ҙә китер, тигән фекерҙә улар. Юҡ шул! Барыһы ла киреһенсә. Ирҙең һөйләшмәүе, аңлашырға теләмәүе, киреһенсә, ҡалған ғына тойғоларҙы һүндерә.

ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ, АҢЛАШЫҒЫҘ!ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ, АҢЛАШЫҒЫҘ!
ҺӨЙЛӘШЕГЕҘ, АҢЛАШЫҒЫҘ!

Ҡатын яңғыҙ йәшәргә өйрәнә. Ир ҡайҙандыр, томан араһынан килеп сыҡһа, ҡатында һорау тыуа: ә ул миңә нимә бирә ала? Тынысландыра белмәй, бары яңы проблемалар ғына өҫтәй. Ғөмүмән, был “ҡурсалаусы”, “ғаилә тотҡаһы” гел ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Иң кәрәкле мәлдә етмәһә…

Ситтән ҡарап ҡына мөнәсәбәтте көйләп булмай. Мөнәсәбәт үлә. Артта ҡалған үпкәләр тәрәнәйә, арта, уйҙар “ағыулана”.

Һөйөү менән аралашыу, аңлашыу—ул антибиотик кеүек. Әммә ирҙәр “дауаларға” ашыҡмай, киреһенсә иғтибар бирмәҫкә, ситләшергә, проблеманан ҡасырға тырыша. Шулай итеп, ҡатында тағы сир барлыҡҡа килә, ул сир битарафлыҡ тип атала. Ире янында кеүек, әммә ул алыҫта, “ябыҡ”.

Конфликт осоронда үҙ-үҙеңә ябылырға, эшкә ҡасып, йә планшет, телефон ҡосаҡлап һаңғырауға әйләнергә ярамай. Ә һөйләшергә, һөйләшергә һәм һөйләшергә… Иргә бит бары тик ҡатынын тыңлар кәрәк. Шул ваҡытта ҡатынығыҙҙың “йәрәхәте” уңала башлар. Әммә ирҙәргә ҡатынын тыңлауға ҡарағанда, нишләптер айыу менән көрәшеү еңелерәк бирелә. Ҡатынды тыңлау—ысын ирлек.



Володар Иванов яҙмаһын Резеда Усманова тәржемә итте.

 

Фото: skyeng.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас