АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
3 Август 2023, 04:40

ҠӘЛӘМ

Бала өләсәһенең хат яҙып ултырғанын күрә лә һорай: --Минең хаҡта яҙаһыңмы? Өләсәһе яҙыуҙан туҡтап, йылмайым ейәненә баға:

ҠӘЛӘМҠӘЛӘМ
ҠӘЛӘМ

Бала өләсәһенең хат яҙып ултырғанын күрә лә һорай:

--Минең хаҡта яҙаһыңмы?

Өләсәһе яҙыуҙан туҡтап, йылмайым ейәненә баға:

--Дөрөҫ, минең һинең хаҡта яҙам. Әммә минең кем хаҡында яҙыуым түгел, ә нимә менән яҙыуым мөһимерәк. Мин һинең дә нәҡ ошо ҡәләм һымаҡ булыуыңды теләйем.

Бала оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡәләмгә ҡарай ҙа әллә ни үҙенсәлек тапмай:

--Был бит башҡа ҡәләмдәр кеүек үк!

--Барыһы ла әйбергә нисек ҡарауыңдан килә. Был ҡәләм һиңә кәрәк булған биш сифатҡа эйә. Тормошта матур йәшәргә теләһәң, һиңә лә ошо сифаттар кәрәк булыр.

Беренсенән, һин гений булыуың ихтимал, әммә һиңә йүнәлеш биреүсе ҡулды онотма! Беҙ ул ҡулды юғарынан килгән илаһи көс тип беләбеҙ. Уның барлығын онотма, уны тойоуҙан туҡтама.

Икенсенән, яҙыр өсөн ҡәләмде ослар кәрәк. Ә был операция еңел түгел, һыҙланырһың. Әммә бынан һуң ҡәләм ослораҡ булыр, матурыраҡ яҙыр. Шуға ла ауырлыҡтарға түҙ.

Өсөнсөнән, ҡәләм менән яҙғанды хата тип һанаһаң, юйғыс менән юйырға була. Иҫеңдә тот: үҙ хатаңды таныу һәм төҙәтеү—насар түгел. Был тура юлдан барыуҙың берҙән-бер ысулы.

Дүртенсенән, ҡәләмдең тышындағы ағас түгел, эсендәге графит мөһимерәк. Шуға ла күңелеңдә ни булғанына иғтибарлы бул!

Бишенсенән, ҡәләм һәр саҡ эҙ ҡалдыра. Һин дә үҙ ғәмәлдәрең менән эҙ ҡалдырасаҡһың, шуға ла һәр аҙымыңды уйла!

 

Резеда Усманова тәржемәһе.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

 

Башҡа сайттарға, интернет селтәренә алыу өсөн редакциянан, авторҙан рөхсәт һорау, авторҙы күрһәтеү мотлаҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас