

Шағирә, журналист Гөлнур Ҡыуатова былай тип яҙа: "Бөгөн туйҙар ни хаҡ тора? ...50 мең һумлыҡ туй күлдәге, 17 килограмлыҡ торт, 20 залплы салют, сәғәтләп ҡуртымға алынған лимузин, бер ҡунаҡҡа 3 мең һумлыҡ меню, 30 мең һумлыҡ балдаҡ...
Туйға барһаң, туйып бар, тигән мәҡәл яйлап үҙ асылын юғалта бара. Хәҙер инде, янсығыңды тултырып бар, тип әйтергә лә була. Йәштәр бит кредит түләй! Беҙҙе шаҡ ҡатырған хәтәр шәп туй үткәреү өсөн. Барҙыңмы? Күрҙеңме? Шаҡ ҡаттыңмы? Сығар берәм-берәм ҡағыҙ аҡсаңды. Йөҙлөктө түгел, меңлекте! Ярай ҙа кредиттар тиҙ арала түләнһә. Юғиһә ҙур суммаларҙы күреп өйрәнмәгән йәштәр, туй бүләктәрен ҡоромай аҡҡан шишмәләй күреп, сит илдәргә, диңгеҙ буйҙарына “баллы ай”ға юллана. Унда бал да бит, ә өйҙә бурыстарҙың әсе һурпаһы көтә шул. Туй ҙа үтә, аҡса ла юҡ, етмәһә, кредиттарҙы ла түләргә кәрәк. Байрамдағы “әсе”гә үбешеп кенә йөрөгән йәш пар тормоштоң тәүге әсеһенән үк талаша, тартҡылаша башлай. Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, тигәндәй, ашарға ризыҡ алырға ла аҡсаң булмаһа, яратышып йәшәп булмай шул".
Ә һеҙ ниндәй фекерҙә?
фото: feyerverk-na-svadbu.ru