

Бала саҡтағы бесән эшләүҙәрҙе һағынып иҫләп йөрөнөм.
Бесәнгә мотлаҡ 15- 17 июль төшөр инек.( бесән бешкән саҡ). Йома көнөнә тоҫҡап бесән башлар инек. Тәүге бакуй, усаҡ өсөн таған эшләп элеү...
Кем ат менән , кем мотоцикл менән бесәнгә барабыҙ. Өйҙә әллә ни кеше лә ҡалмай ине.
Хәҙер уйлап ҡарайым да , әсәйем нисек , ҡасан өлгөрткәндер? Көн һайын яңы бешкән икмәк, яңы тартылған ҡаймаҡ...
Ҡырҙа эшләүсе лә күп , ашаусы ла , тигәндәй. Иң кәмендә 4-5салғы саптыҡ. Бесәнлеккә барып еткәс, атайым йә ағайым күләгәле ергә ятып, салғылар сүкей, беҙ кемебеҙ төшкөлөккә тамаҡ әҙерләй башлай, кемебеҙ усаҡ яғырға ҡоро- һары килтерә...
Эх, кире әйләнеп ҡайтмаҫ көндәр! Салғы сыңы, ҡоштар моңо! Илаһи мәл! Мин ошо мәлде бер ваҡытта ла онотмайым! Күңелемде йылытып тора ул!
Өйҙән бешереп килтергән йомортҡа, усаҡта бешкән мундир картуф менән төтөн еҫе һеңеп ҡайнаған мәтрүшкәле сәйҙе эсеп алғас, өлкәндәр серем итә, беҙ бәләкәйҙәр бөрлөгән, ағас еләге йә муйыл ашайбыҙ.
Шулай итеп бесән сабыла, йыйып күбәләргә һалына, унан кәбәнгә.... Кәбәнде өмә итеп ҡоябыҙ. Әсәйем күбәне өйөп ебәреп тора, мин елдереп йөрөп"Наа!" ...тип һыбайлап йөреп күбә тарттырам. Ағайым кәбән ҡоя торған урынға күбәләрҙе ҡабул итеп тора. Ҡышҡылыҡҡа ете кәбән ҡойола....
Йәшлек саҡ- дыуамал саҡ. Шәмбе көндәре сәғәтте алға күсереп, иртәрәк ҡайтып киткән саҡтар ҙа булды. Ауылға ҡайтып етеүгә эңер төшә.Арып ҡайтыуға ҡарамай ағайҙар,апайым,мин клубҡа ашҡына инек. Мунса яғылған булһа мунса төшеп,яғыусы кеше булмаһа Һаҡмарға төшеп йыуынып , ҡайта һалып, клубҡа югерәбеҙ!
Иртәгеһен таң менән тағы бесәнгә....
Зөлфирә Буранбаева.
Фото: ok.ru