

Өйөбөҙ юҡ ине. Һигеҙҙе бөткәс, Ишембай интернатынан Ғәлимә инәйҙәргә ҡайттым. Унан алдағы йәйҙе Финират абзыйымдарҙа үткәргәйнем.
Кеше тупһаһында аслы-туҡлы йөрөмәһен тигәндер инде, вахта менән ситтә эшләгән әсәйем бер ҡайтҡанында: "Улым, икмәккә нығыраҡ баҫым яһа, тамағың ас булмаҫ", – тине. Уның һүҙен тыңлап, яйы тура килгәндә икмәкте умырып, хатта саманан тыш ҡомһоҙланып ашарға өйрәнеп киттем.
Шулай бер төшкө ашҡа ултырғас, ғәҙәттәгесә, алдымдағы яңы мейестән сыҡҡан икмәкте усыма йомарлап тотоп, ауыҙыма тыңҡыслап ултырһам, тығылдым да ҡуйҙым: ҡапҡан ризығымды ни йота алмайым, ни кирегә сыҡмай. Тыным ҡапланып, күҙҙәрем ҡыуышлыҡтарынан атылып сығырға етешкәндә, Ғәлимә инәйҙең ҡыҙы Әҡлимә апай ике ҡулын йоҙороҡлап арҡамды төйөргә тотондо. Тырыша торғас, ҡапҡан икмәгем тамағымды йыртып, ҡарыныма төшөп китте бит, нәкәнис.
"Башҡа улай ҡомһоҙланма, улым, ҡурҡыттың бит, – тине Ғәлимә инәй, битем буйлап субырлап аҡҡан күҙ йәштәремде усы менән һөртөп. – Аслыҡ йылы түгел, ризыҡ мул, икмәк өҫтәл тулы".
Ғәлимә инәйҙең һүҙҙәренән бигерәк шул ваҡыт битем буйлап аҡҡан күҙ йәштәремде һыпырған усының йылыһы ғүмерлеккә йөрәгемә үрелеп ҡалған.
Сибәғәт Рахманғолов.