АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
22 Июль 2023, 18:30

КЕШЕНЕҢ БИШ ЯУЫЗ ДОШМАНЫ...

Береһе - байлыҡ, дан артынан ҡыуыу, булғанына ҡәнәғәт булмау. Иллюзия. Бәхеткә байлыҡ менән дандың ҡыҫылышы юҡ. Бәхет ябай әйберҙәрҙә. Ул ябай нәмәләр беҙҙе уратып алған.

КЕШЕНЕҢ БИШ ЯУЫЗ ДОШМАНЫ...КЕШЕНЕҢ БИШ ЯУЫЗ ДОШМАНЫ...
КЕШЕНЕҢ БИШ ЯУЫЗ ДОШМАНЫ...

Кешенең яуыз дошмандары

  1. Алкоголь ҡулланыу. Күләме күпме генә булһа ла. Байрамдарҙа мөмкинме? Юҡтыр... Көсөргәнеште икенселәй еңергә була. Варианттар күп. Ала ҡарға булып ултырырғамы? Булһын, һөҙөмтәлә ҡара ҡарға булғансы, ала булыуың яҡшы. Хыянаттар, уйланылмаған аҙымдар иҫеректәр тарафынан башҡарыла. Айыҡ тормош ҡатындан башлана. Балалар беҙҙән өлгө ала. Эскелек була торған ергә барыуҙан ҡыуаныс табаһың икән, тимәк, һин алкоголгә “бәйле”.
  2. Артығын ашау. Әхирәтем кардиолог. “Кеше артыҡ ауырлыҡтан үлә. Сәнки артыҡ ауырлыҡ сирҙәргә сәбәпсе”,--ти. Магазинда тулып ятҡан һәр аҙыҡ ашарға яраҡлы түгел әле... Дөрөҫ, сифатлы туҡланыу зарур.
  3. Телефондағы тормош. Һәр кеше фильм ҡарай, социаль селтәрҙә, чаттарҙа ултыра. Үҙ минутын, сәғәтен, ғүмерен интернетҡа арнай. Ә ул көндәрҙе ҡайтарып булмай...
  4. Байлыҡ, дан артынан ҡыуыу, булғанына ҡәнәғәт булмау. Иллюзия. Бәхеткә байлыҡ менән дандың ҡыҫылышы юҡ. Бәхет ябай әйберҙәрҙә. Ул ябай нәмәләр беҙҙе уратып алған.
  5. Үҙ-үҙеңде үҫтерергә теләмәү. Белгес булараҡ, йә рухи яҡтан үҫешергә кәрәк. Һәр ваҡыт. Әгәр китап уҡыуҙан туҡтаһағыҙ, мейегеҙҙе фекерләүгә эшкә ҡушмаһағыҙ—һеҙ артта ҡалғанһығыҙ. Маҡсат ҡуймаһағыҙ, башҡалар тормошона ҡарап мыжып ултырмағыҙ. Үҙегеҙ өҫтөндә эшләмәһәгеҙ, тормошоғоҙ күңелһеҙ буласаҡ. Ул саҡта үҙегеҙ ҙә “күңелһеҙ” булып ҡалыуығыҙ бар.

Гөлнәзирә Йәнтүрина.

(Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе).

 

Фәнил Ирмәков фотоһы.

 

Гәзит сайтынан яҙманы башҡа сайттарға, төркөмдәргә алғанда, редакциянан, авторҙан рәхсәт алырға, авторҙы күрһәтергә.






 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас