АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
18 Июль 2023, 11:15

ҮҘЕГЕҘҘЕ ЙӘЛӘМӘГЕҘ!

Үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ һәм башҡаларҙан йәлләтмәгеҙ! Ҡайғыға һабышыу—ул иллюзия. Әгәр беҙ ҡайғырыуҙан туҡтарға теләһәк, туҡтай алабыҙ бит. Кемдер килер ҙә һеҙҙең проблемағыҙҙы хәл итер һәм һеҙгә рәхәт булып китер, тип көтөү ахмаҡлыҡ. Әлбиттә, үҙеңде йәлләтеп, иркәләнеп ятыу, һине аңлап, хуплап тороуҙары кәрәк тә һымаҡ. Тик был ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән. Оҙаҡҡа һуҙылһа, ул насар. Һеҙ бит инде өлкән кеше. Үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ! Кешегә, тормошҡа мыжыуҙы туҡтатығыҙ! Һәр бәләгеҙҙә кемделер ғәйепләп ултырмағыҙ. Үҙегеҙ ҡарар сығарырға, проблемағыҙҙы хәл итергә өйрәнегеҙ! 4. Кәңәшләшеү яҡшы, әлбиттә. Әммә гел кеше фекеренә таянмағыҙ. Үҙ аҡылығыҙ бар. Күңелегеҙҙе тыңлағыҙ! Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ һәм алға!

ҮҘЕГЕҘҘЕ ЙӘЛӘМӘГЕҘ!ҮҘЕГЕҘҘЕ ЙӘЛӘМӘГЕҘ!
ҮҘЕГЕҘҘЕ ЙӘЛӘМӘГЕҘ!

“Яҡлауһыҙмын” тигән тороштан сыҡҡан кеше әллә күпме проблемаһынан ҡотола ала. Үҙеңде йәлләп, ҡорбан хәлендә йәшәү кешене бөтөрә.

Ундай кешеләр үҙҙәрен аҡыллы, көслө, булдыҡлы һәм талантлы тип иҫәпләмәй. Кешегә һалышалар, улар әйткәнсә йәшәйҙәр. Башлыса ғәйеп тойғоһо кисерәләр. Комплиментты ҡабул итә алмайҙар. Үҙ тормоштары өсөн яуаплылыҡты башҡалар иңенә һалырға тырышалар. Нимәнәндер ҡурҡып, шик-шөбһәләнеп йәшәү—уларҙың юлдашы.

Үҙ өҫтәрендә эшләү, этаплап проблеманан сығыу урынына улар үҙҙәрен йәлләй, яҡлауһыҙ тоя.

Һәр кемдең үҙ уйҙарына, үҙ ғәмәлдәренә асыҡ юлы бар. Эйе, үҙаллы нимәлер эшләү ҡурҡыта, әммә яңы ғәҙәттәр индереп алырға кәрәк. Бәлки, психологтар ярҙамға килер.

Ә беҙҙән кәңәш шул:

  1. Үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ һәм башҡаларҙан йәлләтмәгеҙ! Ҡайғыға һабышыу—ул иллюзия. Әгәр беҙ ҡайғырыуҙан туҡтарға теләһәк, туҡтай алабыҙ бит. Кемдер килер ҙә һеҙҙең проблемағыҙҙы хәл итер һәм һеҙгә рәхәт булып китер, тип көтөү ахмаҡлыҡ. Әлбиттә, үҙеңде йәлләтеп, иркәләнеп ятыу, һине аңлап, хуплап тороуҙары кәрәк тә һымаҡ. Тик был ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән. Оҙаҡҡа һуҙылһа, ул насар. Һеҙ бит инде өлкән кеше. Үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ!
  2. Кешегә, тормошҡа мыжыуҙы туҡтатығыҙ! Һәр бәләгеҙҙә кемделер ғәйепләп ултырмағыҙ.
  3. Үҙегеҙ ҡарар сығарырға, проблемағыҙҙы хәл итергә өйрәнегеҙ!

4. Кәңәшләшеү яҡшы, әлбиттә. Әммә гел кеше фекеренә таянмағыҙ. Үҙ аҡылығыҙ бар. Күңелегеҙҙе тыңлағыҙ! Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ һәм алға!

 

Яҙманы башҡа социаль селтәрҙә, сайтта ҡулланыр алдынан, редакциянан, авторҙан рөхсәт һорау шарт.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас