

Бер ҡасан да юҡ-бар өсөн көйәләнмәгеҙ…Эш, йорт эше һеҙ уйлағанса бармаһа ла борсолмағыҙ. Негатив юҫыҡтағы хис-тойғоларығыҙ һеҙгә барыбер яҡшылыҡ килтермәҫ.
Ҡартатайым миңә былай тигәйне: “Барыһын да тыныс күңел менән эшлә, уйлап эшлә, ҡабаланма, шул саҡта өлгөрөрһөң, сифатлы эшләрһең, иң мөһиме—эшеңдән ҡәнәғәтлек алырһың”.
Көйәләнгәндәге негатив хистәр һеҙҙе дөрөҫ юлдан тайҙыра. Иң көсөргәнешле көндә лә туҡтау өсөн, тормошҡа шатлау өсөн бер минут ваҡыт табығыҙ. Йәшәгәнегеҙгә, тын алыуығыҙға ҡыуанығыҙ. Был, минеңсә, тормошта иң мөһиме.
Эльчин Сафарли.
Резеда Усманова тәржемәһе.
Яҙманы башҡа сайттарға алғанда "Атайсал" гәзите редакцияһынан рөхсөт алырға, авторҙар хоҡуғын һаҡларға.