АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
1 Июль 2023, 05:10

ЯҠШЫҒА ЮРАҒЫҘ!

2001 йылдың 11 сентябрендә “игеҙәк” йорттар шартлаған саҡта... ул беренсе тапҡыр улын балалар баҡсаһына алып бара һәм эшкә һуңыраҡ килә, шул рәүешле үлемдән ҡала. Ә бер ҡатындың будильнигы һуңлап зыңлау сәбәпле эшкә һуңлай. Берәү был көндө автомобилдәр тығынына эләгә, икенсеһе автобусҡа һуңлай. Бер ҡатын эшкә сығыр алдынан өҫтөнә кофе түгә, яңынан кейенеп сыҡҡансы арыуыҡ ваҡыт үтә. Кемдер машинаһын ҡуҙғата алмай оҙаҡлай. Икенсеһе такси көтөп тотҡарлана. Йәнә берәүһе яңы туфли кейеү сәбәпле, аяғы өйкәлеп, дарыуханаға лейкопластырь алырға инә...Ҡайһы саҡ тормоштағы ваҡ ҡына мәшәҡәттәр ҙә беҙҙе нимәнәндер ҡурсалай. Машина асҡысын таба алмауығыҙ, йә светафорҙа аҙым һайын “ҡыҙыл”ға эләгеүегеҙ, бәлки, берәй билдәлер—Аллаһтың ҡурсалауылыр.

ЯҠШЫҒА ЮРАҒЫҘ!ЯҠШЫҒА ЮРАҒЫҘ!
ЯҠШЫҒА ЮРАҒЫҘ!

Ошондай ваҡ мәшәҡәткә тарып оло бәләнән ҡалғанығыҙ бармы?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас