АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
29 Июнь 2023, 08:45

КЕМ УЛ ИР-АТ?

Дубайға нигеҙ һалыусы Шейх Рашидтан иленең киләсәге хаҡында һорағастар, ул: «Минең ҡартатайым дөйәлә йөрөгән, атайым да дөйәлә йөрөгән. Ә мин--Мерседеста, улым—Ленд Роверҙа, ейәнем дә Ленд Ровер йөрөтә. Әммә бүләм дөйәлә йөрөйәсәк… Ауыр замандар көслө кешеләр тыуҙыра. Көсһөҙ кешеләр ауыр заман булдыра»,--тип яуаплаған.

КЕМ УЛ ИР-АТ?КЕМ УЛ ИР-АТ?
КЕМ УЛ ИР-АТ?

Ир, атай, ағай, ҡусты. Кешелектең көслө заты. Әммә әлеге заманда ул ныҡлы ғына баҫымға эләгеп көсһөҙләнде. Лидерҙар аҙ, ғаиләһен ҡараған, династияһын дауам иткән атайҙар һирәк, рухи остаздар кәмене.

Дубайға нигеҙ һалыусы Шейх Рашидтан иленең киләсәге хаҡында һорағастар, ул: «Минең ҡартатайым дөйәлә йөрөгән, атайым да дөйәлә йөрөгән. Ә мин--Мерседеста, улым—Ленд Роверҙа, ейәнем дә Ленд Ровер йөрөтә. Әммә бүләм дөйәлә йөрөйәсәк… Ауыр замандар көслө кешеләр тыуҙыра. Көсһөҙ кешеләр ауыр заман булдыра»,--тип яуаплаған.

Ирҙәр хәҙер көсһөҙ, ә был деградацион процесҡа килтереп, көрсөклө хәлдәргә башланғыс һала. Ниңә шулай һуң? Был ирҙәрҙең аңы (психологияһы) менән бәйле. Психологтар, шулай уҡ аҡыл эйәләре белдереүенсә, ирҙәр һәм ҡатындар психологияһы ныҡ айырыла. Уңайлы мөхиттә көслө заттың тойғо яғы (мейенең уң ярымшары) «ҡабыҙыла» һәм аҡыл яғы (һул ярымшары) «һүндерелә». Хис-тойғоға бирелгән ир эшһеҙ ятыуҙы хуп күрә, эсеү менән мауыға, тәмәке тарта, ситтән ләззәт эҙләй. Был миҫалдың бәләкәй генә өлөшө.

 

АЙБУЛАТ УРАЗБАХТИНДЫҢ "КЕМ УЛ ИР-АТ?" МӘҠӘЛӘҺЕНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫН ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 25-се, 26-сы һандарында уҡығыҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас