АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
29 Июнь 2023, 06:25

ХӘЙЕРЛЕ БУЛҺЫН!

Ике фәрештә кеше ҡиәфәтенә инеп юлға сыға. Күпмелер барғас, кискә бер ауылда туҡталып, улар ярлы ғына күренгән бер йорттоң ишегенә шаҡый. Тупһаға сыҡҡан хужаның өҫтөндәге ямаулы иҫке кейеме, туҙған сабатаһы уның фәҡир бер кеше булыуын күрһәтә ине. Шулай ҙа йорт хужаһы мосафирҙарҙы яҡты сырай менән ҡаршы ала һәм ҡунаҡтарҙы табын алдына ултыртып, хөрмәт-ихтирам күрһәтә, уларҙы өйҙәге иң яҡшы урынға йоҡларға һала... ...Таң атар алдынан фәрештәләрҙең берһе һарайға сығып фәҡирҙең йәшәү сығанағы булған берҙән-бер һыйырын үлтерә. Икенсе фәрештә быға бик ғәжәпләнә, әммә әмир (етәксе) һыналған ҡәрҙәшенән был хаҡта һорарға ҡыймай.

ХӘЙЕРЛЕ БУЛҺЫН!ХӘЙЕРЛЕ БУЛҺЫН!
ХӘЙЕРЛЕ БУЛҺЫН!

ИКЕ ФӘРЕШТӘ

ХИКӘЙӘТ

 

Ике фәрештә кеше ҡиәфәтенә инеп юлға сыға. Күпмелер барғас, кискә бер ауылда туҡталып, улар ярлы ғына күренгән бер йорттоң ишегенә шаҡый. Тупһаға сыҡҡан хужаның өҫтөндәге ямаулы иҫке кейеме, туҙған сабатаһы уның фәҡир бер кеше булыуын күрһәтә ине. Шулай ҙа йорт хужаһы мосафирҙарҙы яҡты сырай менән ҡаршы ала һәм ҡунаҡтарҙы табын алдына ултыртып, хөрмәт-ихтирам күрһәтә, уларҙы өйҙәге иң яҡшы урынға йоҡларға һала...
...Таң атар алдынан фәрештәләрҙең берһе һарайға сығып фәҡирҙең йәшәү сығанағы булған берҙән-бер һыйырын үлтерә. Икенсе фәрештә быға бик ғәжәпләнә, әммә әмир (етәксе) һыналған ҡәрҙәшенән был хаҡта һорарға ҡыймай. Хужа уянғансы фәрештәләр сығып китеп, юлдарын дауам итә.
Тағын төн етә. Был юлы фәрештәләр затлы бер йорттоң ҡапҡаһына шаҡый. Өйҙән сыҡҡан ҡупшы кейемле, тәкәббер ҡиәфәтле хужа былар менән бик дорфа һөйләшә, ҡунырға ниәтләүҙәрен белгәс, әүәл индермәҫкә маташа, әммә юлсылар бик үтенеп һорағас, “ярар инде” тиеп, мосафирҙарға ризыҡ та, сәй ҙә тәҡдим итмәйенсә, төн сығырға тип аҙбарҙағы бесәнлеккә индереп ебәрә. Таң алдынан әмир-фәрештә һарайҙың ишелә башлаған бер стенаһын рәтләп-төҙәтеп ҡуя ла башҡа бер ниндәй ғәмәл ҡылмайынса, был өйҙән сығып китә. Уның артынан ашыҡҡан икенсе фәрештә түҙмәй һәм ҡыҙыҡһынып һорай:
- Әйтсе, ҡәрҙәш, ни өсөн һин беҙҙе ҙурлап, хөрмәтләп ҡунаҡ иткән фәҡирҙең һыйырын үлтерҙең, ә ошо һаран, илтифатһыҙ байҙың стенаһын рәтләп ҡуйҙың?

Яуап итеп әмир-фәрештә былай тигән:
--Барыһы ла Аллаһтың хикмәтле ҡушыуы буйынса эшләнде. Эш шунда: был төндә фәҡир кешенең ҡатыны үлергә тейеш ине. Үлем фәрештәһе килгәс, йорт хужаһының беҙгә күрһәткән хөрмәтен, йомартлығын иҫәпкә алып, мин Ғазраилдан хужабикәнең йәнен алмауын һораным. Ул ризалашты, әммә: "Был йортта ниндәй ҙә булһа йән эйәһенең йәнен алмыйынса булмай", - тине. Шуға күрә һыйыр үлтерелде лә инде. Фәҡир был хәлде Аллаһтың тәҡдире булараҡ ҡабул итеп, ихлас доға ҡылыр һәм Аллаһы Тәғәлә уның малын ҡайтарыр (уға быуаҙ һыйыр бирер). Байҙың һарайындағы емерелә башлаған стенаның аҫтында ҙур хазина – алтын-көмөштәр менән тултырылған тартма ята. Стена емерелһә, был хазина һаран байҙың ҡулына эләгер ине. Шуға күрә мин уны рәтләп ҡуйҙым да инде. Киләсәктә иһә уны был йортка йәшәргә керәсәк иманлы ғаилә табасаҡ...

Ҡыҫҡаса нәсихәт: Беҙгә ниндәйҙер ауырлыҡ килһә, был хәл бик насар күренһә лә, унда хәйерлелек һәм бер Аллаһҡа мәғлүм булған ниндәйҙер хикмәт барлығын онотмайыҡ. Һәр бер ҡыйын хәлде “хәйерлегә булһын!” тип үткәрһәк, Аллаһ Раббыбыҙ әлеге хәлдең ахырын хәйерле итмәйенсә ҡалмаҫ, Үҙе ярҙамын биреп, ауырлыҡтан сығыу юлын күрһәтер. Шатлыҡтың да асылында ни ятҡаны беҙгә мәғлүм түгел. Ни генә булһа да, артык ҡайғырырға ла, ҡыуанырға ла кәрәкмәй, бары тик: “ХӘЙЕРЛЕГӘ БУЛһЫН!” тиеп, барыбыҙға ла тормошобоҙҙо ғибәҙәттә үткәреп, ихлас доғалар ҡылып, яҡшы, әҙәпле, таҙа күңелле булып ғүмер кисерергә яҙһын!

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас