АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
26 Июнь 2023, 11:00

ҺУҠРАНМАҒЫҘ, ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ

Һәр кем үҙ тормошо өсөн үҙе яуаплы. Оҡшамай икән тормошоғоҙ—үҙгәртегеҙ, ә һуҡраныу, кемделер ғәйепләү бында артыҡ.

ҺУҠРАНМАҒЫҘ, ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘҺУҠРАНМАҒЫҘ, ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ
ҺУҠРАНМАҒЫҘ, ҒӘЙЕПЛӘМӘГЕҘ

Тормошҡа үпкәләһәгеҙ, тормошоғоҙҙа килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙа башҡа кешеләрҙе ғәйепләһәгеҙ һеҙең энергияғыҙ сыға. Ошоларҙы эшләйһегеҙ икән, кисекмәҫтән туҡтағыҙ! Энергияғыҙҙы яҡшы яҡҡа йүнәлтһәгеҙ һәйбәтерәк булыр.

Үҙ тормошоғоҙға үҙегеҙ яуаплы. Кемделер ғәйепләйһегеҙ икән, тимәк, яуаплылыҡты башҡаларға йөкмәтеп маташаһығыҙ.

Тормошта ауырлыҡтар осрап торасаҡ. Улар тышҡы факторҙар сәбәпле килеп сыҡҡан һымаҡ күренер. Әммә һеҙ проблемағыҙҙы хәл итергә, хәлегеҙҙе яҡшыртырға үҙегеҙ тырышырға тейеш. Тормош шулай ҡоролған. Һеҙҙе вазифағыҙ буйынса үрләтһәләр, кемделер “ғәйепле” итеп түгел, ә үҙегеҙҙе лайыҡлы итеп тояһығыҙ.

Һәр кем үҙ тормошо өсөн үҙе яуаплы. Оҡшамай икән тормошоғоҙ—үҙгәртегеҙ, ә һуҡраныу, кемделер ғәйепләү бында артыҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас