АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
25 Июнь 2023, 07:35

АПАЙМЫ УЛ, АҒАЙМЫ?

Аяҡта кроссовки, мул ыштан, өҫтә футболка, бер ҡолаҡта һырға бар, икенсеһендә юҡ...Ауыҙҙа тәмәке, ҡулдарҙа наколка... Үҙе иҫерек. Бейегәндә ирҙәрсә хәрәкәт итә. Ҡыҙым ҡарап торҙо ла шыбырлап минән һорай: “Әсәй, был апаймы, ағаймы?” Ана шул “апаймы, ағаймы”лар күбәйҙе. Ҡарап тороуы имәнес тә һуң... Ирҙәрҙең ыштанын, рулен алдыҡ. Ярар, былары заман талабы... Ә ҡалғаны артыҡ түгелме? Хәйер, аңлы ир ҙә, ҡатын да эскелектән, тәмәкенән баш тартырға, бер килгән ғүмерҙе матур йәшәргә тейеш. Наколка, һырға, һыра, тәмәке кешене “шәп” кеше итмәгәнен мәҙәни кимәле юғары кеше генә аңлайҙыр!

Бөгөнгө йәштәрҙә лә әллә ниндәй “мода” китте. Үҫмер ҡыҙҙан үҫмер малайҙы айырып булмай... Йәмһеҙ күренеш...”Мода” тиҙерәк үтеп китһә ярар ине...Башҡа ҡайтмаҫлыҡ булып...

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас