АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
24 Июнь 2023, 07:30

ИРКӘ ҺҮҘЕҢ ЙӘЛЛӘМӘ!

Башҡорт атын маҡтар, этен маҡтар, ҡатынын маҡтамаҫ” тиһәләр ҙә, ғәзиз ҡатыныңдан йән аҙығы булған йылы һүҙҙе йәлләүҙе аңламайым мин. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте менән дә үтә лә нескә һәм хисле булыуын иҫбатлап тороу күрәкмәйҙер, улар бер һүҙҙән, бер иркә ҡараштан сәскә ата, унан шул яҡшы кәйефе менән бөтөн өй эсен бәхетле итә ала торған сихри заттар бит. Ғорур булғансы бәхетле булаһын, тип уйлайым мин...

ИРКӘ ҺҮҘЕҢ ЙӘЛЛӘМӘ!ИРКӘ ҺҮҘЕҢ ЙӘЛЛӘМӘ!
ИРКӘ ҺҮҘЕҢ ЙӘЛЛӘМӘ!

ШАҒИР, УҠЫТЫУСЫ, УЧАЛЫ ЕГЕТЕ ФӘНИЛ БҮЛӘКОВ БЫЛАЙ ТИП ЯҘА:


“Башҡорт атын маҡтар, этен маҡтар, ҡатынын маҡтамаҫ” тиһәләр ҙә, ғәзиз ҡатыныңдан йән аҙығы булған йылы һүҙҙе йәлләүҙе аңламайым мин. Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте менән дә үтә лә нескә һәм хисле булыуын иҫбатлап тороу күрәкмәйҙер, улар бер һүҙҙән, бер иркә ҡараштан сәскә ата, унан шул яҡшы кәйефе менән бөтөн өй эсен бәхетле итә ала торған сихри заттар бит. Ғорур булғансы бәхетле булаһын, тип уйлайым мин.
Яҙмыштар ҡыҙыҡ бит ул, боронғолар әйтмешләй, бер-береһенә яҙған кешеләр ниндәй генә юлдарҙан киткәндә лә, уларҙың һуҡмағы үҙ белдеге менән килеп киҫешә. Беҙҙең дә шулай булды. Кәләшем Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы Өфөлә республика дауаханаһында минең ике туған апайым менән эшләй. Апайым операцион шәфҡәт туташы булған был ҡыҙҙы оҡшатып, килен итергә хыяллана. Хәл белергә һуғылған мине лә, әйҙә бер уңған ҡыҙ менән таныштырам, тип тартҡылай. Мин баш тартам. Үҙемә кәләште үҙем һайлап аласаҡмын, тип эре һөйләшәм. Шулай, бер ҡайтырға сыҡтым. Автобусҡа билеттар юҡ, ваҡыт һуң. Һуңғы сиктә ҡиммәт хаҡҡа бер шәхси автобусҡа саҡ эләктем. Шунда ингәс тә бер ҡыҙҙы аңғарып ҡалдым, быға күҙ ҡырыйы менән ҡарап бара торғас тамам ғашиҡ булдым. Әгәр башҡа берәйһе ошондай хәлде һөйләһә, моғайын, көлөр инем. Ултыра торғас был ҡыҙҙың телефонына шылтыраттылар. Таныш исем, таныш адрес хаҡында һөйләшә былар. Ҡыйыулыҡ табып, һүҙ ҡуштым. Һөйләшеп киттек. Баҡһаң, икебеҙ бер адресҡа китеп барабыҙ икән. Апайым таныштырам тигән шәфҡәт туташы булып сыҡты был.
Хәҙер инде 14 йыл шул ҡыҙ минең һөйөклө ҡатыным, балаларымдың әсәһе. Ярайһы ғына йәшәп ташлаған кеүек булһаҡ та, мин уға тап шул саҡтағы кеүек яратҡан күҙҙәр менән бағам. Миңә ундағы бар нәмә лә оҡшай, үҙ, хатта бер аҙ пырылдап ҡыҙып китә торған яғы ла бик яҡын. Тура һүҙле булыуы, ярҙамсыллығы, туғандарымды тартып тороуы, өлгөрлөгө, яҡшы әсәй була белеүе – барыһы ла уның асылын биҙәп тороусы матур яҡтары ғына. Ҡала үҫһә лә, ауыл ҡатыны булып гөрләтеп донъя көтә. Килен булып төшкән йылды уҡ ҡул салғыһы менән киҙәнеп йөрөп бесән сабып аптыратҡайны барыбыҙҙы ла. Бөгөн дә ул ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, итәк тултырып балалар үҫтерер, иренә терәк-таяныс була белер башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бер өлгөһө булып тора.
Ҡатыныңа ҡайырылып ҡара әле һин дә, дуҫ. Ул да һинән ошондай иғтибар көтәлер бит. Әйт иркә һүҙҙәреңде, йәлләмә һәм өйөгөҙгә бәхет килер".

 

 

КИЛЕШӘҺЕГЕҘМЕ? ҠЫҘҘАР, ҺЕҘҘЕ ҺӨЙГӘНДӘРЕГЕҘ МАҠТАЙМЫ? ЕГЕТТӘР, Ә ҺЕҘ КӘЛӘШЕГЕҘҘЕ МАҠТАЙҺЫҒЫҘМЫ?

 

Фото ИНТЕРНЕТтағы ирекле сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас