АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
24 Июня 2023, 10:00
Балаң һинән айырылғанмы?
Шуныһы: бөгөнгө көндә атай-әсәйҙәренән айырылмаған атай-әсәйҙәр күп. Үҙҙәренең ата-әсәһенең энергияһында ултырғанда, йә энергияһын уларға биреп торғанда, нисек итеп улар үҙҙәренең балаларын айырһын?..
Балаң һинән айырылғанмы?
Психологияла балаларҙың ата-әсәнән айырылыуы - сепарация тип атала.
Башта бала әсәһенә энергетик йәһәттән ныҡ бәйләнгән була. Уның йәшәү көсө әсәнән тора. Бала ҙурая барған һайын да әле әсәй кеше балаһын бәләкәскә һанап, уның өсөн үҙе эшләүен дауам итә: ҡалаҡты үҙе тоторға ынтылған балаһын үҙе ашата, кейенергә теләгән мәлендә лә үҙе кейендерә. Әсәй балаһының үҙ аллы нимәлер эшләргә теләгәнен күрмәй, йә күрергә теләмәй.
3 йәштәр тирәһендә бала үҙенең айырым шәхес икәнен, нимәнелер үҙе лә эшләй алыуын аңлай башлай. Ләкин бында ла әсәй кеше балаһына үҙ аллылыҡ бирергә ашыҡмай: "күрәһеңме, килеп сыҡмай", "аяҡ араһында буталма, үҙем тиҙ генә эшләйем дә...", "һин бәләкәй әле..."
Үҫмер йәшенә еткәс (12-13 йәш), баланың күп нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ һүҙе барлыҡҡа килә. Үҙенсә эшләү, ата-әсәһенең әйткәненә, ҡушҡанына буйһонмау теләге уяна. Шул мәлдә атай-әсәй һәм бала араһындағы конфликттар, бер-береңде аңламау тыуа.
17-19 йәштә бала инде ҙур, ул тормошто үҙенсә күрә, күберәген үҙенең тойғоларына таяна башлай. Киләсәген үҙенсә ҡороу тураһында уйлана.
23-25 йәштә бала ата-әсәнән айырылырға, үҙе һайлаған юлға ныҡлы аяҡ баҫырға тейеш.
Әгәр сепарация күҙәтелмәй икән, ғәҙәттә кешенең шәхси тормошо алға бармай. Ундайҙарға үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүе ҡыйын, кемдәндер кәңәш көтә, кеше фекеренән ҡурҡа. Аҡса менән мөғәмәләлә ауырлыҡтар кисерә, төрлө бәйлелектәргә юлыға. Уңышҡа өлгәшә алмайҙар.
Шуныһы: бөгөнгө көндә атай-әсәйҙәренән айырылмаған атай-әсәйҙәр күп. Үҙҙәренең ата-әсәһенең энергияһында ултырғанда, йә энергияһын уларға биреп торғанда, нисек итеп улар үҙҙәренең балаларын айырһын?..
Һеҙгә бәләкәй генә тест:
Һеҙҙең ғаиләгеҙгә кемдәр инә?
Ошондай установкаларҙы тотоу дөрөҫ:
“Мин - ул мин, ә һин – ул һин”
“Мин – һинең улың, һин – минең атайым”, “ мин – һинең ҡыҙың, һин – минең әсәйем”.
“Беҙ бер-беребеҙгә иң яҡын кешеләр. Әммә беҙ айырым, беҙ – төрлө, беҙ – ҙур кешеләр”.
“Һиңә миндәге, йә минең тормошомдағы күп нәмәлер оҡшамаҫҡа ла мөмкин, ә миңә һиндәге ниндәйҙер сифаттар, әйберҙәр. Әммә мин “оҡшамай” тигәнгә иғтибар итмәй, үҙ тормошом менән йәшәргә хоҡуҡлымын”.
“Һәр кемебеҙҙең үҙ юлы, үҙ ҡиммәттәре, үҙ ҡарарҙары һәм үҙ хаталары”.
ГӨЛНАРА МОСТАФИНА.
Автор:
Гульдар Кадаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"