

Мин шул мәктәп тураһында яҙмаҡсымын. Бер мәктәп директорын социаль селтәрҙәрҙә әрләп яҙа инеләр. 10 уҡыусыһы имтиханды икегә биргән, тип. Баланың белем алыуға ынтылышына бер мәктәп кенә түгел, ата-әсәләр ҙә йоғонто яһарға тейеш. Балаһы мәктәптән юҡ-барҙы ҡайтып һөйләһә, ата-әсәләр алдынан ала. Минең ҡыҙым классташы өйгә эшен һәр ваҡыт ГДЗ-нан күсереп эшләй ти торғайны. Уҡыған ваҡытта һәр ваҡыт алдынғы булды, маҡталып ҡына торҙо, ишетеп күреп йөрөнөк. Ә ҡыҙым белемде үҙе тырышып эстәне. Берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) ваҡыты еткәйне, күренде кем нисек уҡығаны. Ҡыҙым имтиханды 4-кә биргән фәндән маҡталған ҡыҙ 2-ле алды. Әсәһе уҡытыусыларҙы әрләп йөрөнө. Шуға әйтәм, балаларығыҙҙы өҫтөн ҡуйып, уҡытыусыларҙы түбән төшөрмәгеҙ.
Шул уҡытыусылар менән берлектә балаларығыҙҙың уҡыуына, тәрбиәһенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтһәгеҙ, ошо хәл килеп тыумаҫ ине. Дөрөҫөн әйткәндә, икегә икене ҡуша ла белмәгән ҡыҙҙар-малайҙар бар. Яуапты телефондан эҙләп ултыралар. Уҡыу ваҡытын түгел, уҡыу бөткәс экзаменды уйлаһағыҙ ине. Уҡытыусыларҙы әрләп ҡуйҙырған оценкалар экзаменда ярҙам итмәй, унда белем кәрәк. Балағыҙҙың киләсәген уйлаһағыҙ, дәрес әҙерләгәнендә телефондан әҙер яуап күсертмәй,үҙ баштары менән эшләтһәгеҙ, шунда ЕГЭ ны еңел бирерҙәр. Уҡытыусыны ғына әрләп, баланың белемен арттырып булмай. Ата-әсә балаһының уҡыуына иғтибар бирһә, бала ла белемен артырыр ине. Был әле башы ғына. Уҡырға инһәләр балдары тулмай бер булалар. Балаларын ҡайҙа артабан уҡырға алып барырға белмәй уҡыу йорттары буйлап сабыуҙар алда әле. Күптәрҙе күреп йөрөйбөҙ. 11-се класҡа еткәс түгел, балалар баҡсаһынан уҡ балаларығыҙҙың белемен арттырыуға булышлыҡ итегеҙ, тәрбиәләгеҙ. Әйҙәгеҙ, ата-әсәләр, баланың уҡыуында уҡытыусыларҙы ғына ғәйепләмәйек,үҙебеҙгә лә ҡарайыҡ. Уңыштар һеҙгә балалар! Киләсәктә үҙегеҙгә һәм ғәилә ҡороп йәшәй башлаһағыҙ ғәиләгеҙҙе ҡарарҙай белем алып йәшәргә яҙһын!
Фото һәм мәғлүмәт интернет селтәренән.