АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
23 Июнь 2023, 06:25

ТОРМОШ--ҮҘЕ МӘҒӘНӘ

Тормоштан ниндәйҙер айырым бер мәғәнә эҙләмә. Ул юҡ ул. Тормош – үҙе мәғәнә. Ә һин уны шатлыҡ һәм аңлылыҡ менән тултырырға тырыш. Ябай итеп әйткәндә, үҙеңдең иҫән-һау булыуыңды аңла, ҡыуан. Шул!

ТОРМОШ--ҮҘЕ МӘҒӘНӘТОРМОШ--ҮҘЕ МӘҒӘНӘ
ТОРМОШ--ҮҘЕ МӘҒӘНӘ

УЛЫМА ӘЙТЕР ҺҮҘЕМ


Тормоштан ниндәйҙер айырым бер мәғәнә эҙләмә. Ул юҡ ул. Тормош – үҙе мәғәнә. Ә һин уны шатлыҡ һәм аңлылыҡ менән тултырырға тырыш. Ябай итеп әйткәндә, үҙеңдең иҫән-һау булыуыңды аңла, ҡыуан. Шул!
ҮҘЕҢДЕҢ талантыңды эҙләмә. Үҙенең һәләтен бөтөнләй аса алмаған талантлы кешеләр күп. Танылмаған генийҙар күп. Йыш ҡына улар донъяға үкенес ташлап китә. Әйтерһең, был донъя нимәлер бирергә бурыслы. Кемдер ғүмер баҡый үҙенең талантын эҙләй. Һәм бөтә тормошон эҙләнеүҙәр менән үткәрә, иң мөһимен, үҙенең ғүмерен, ҡулдан ысҡындыра. Ә ул әлеге минутта уҙып бара. Әгәр һин уны хәҙер, ошо минутта, аңламаһаң, һин йоҡлап ҡалаһың. Ваҡытты кире ҡайтарып булмай.
Ни тиклем күберәк нәмәгә өйрәнһәң, шул тиклем тормош ҡыҙыҡлыраҡ.
Барыһын да өйрән. Барыһы менән ҡыҙыҡһын. Әгәр нимәлер тапһаң, үҙеңдең тормошоңдо унан башҡа күҙ алдына килтерә алмаһаң, шуға тотон.
Әммә! Иң мөһиме: үҙеңдең ябай тормошоңдо шатлыҡ менән тултыр һәм барыһы өсөн рәхмәтле бул.
Изгелекле бул.
Йөрәгең менән ғәҙел бул.
Үҙ-үҙеңде лә, кешеләрҙе лә алдама.
Яуызлыҡ ҡылма.
Донъяға яҡшылыҡ ҡыл. Был ябай. Күршеңә хәйерле көн теләү. Йылмайыу һәм ҡатын-ҡыҙға яҡшы һүҙ әйтеү.
Шуны иҫеңдә тот, тап хеҙмәт кешене бәхетле итә! Ауырлыҡтарҙы, ялҡаулыҡты, алама ғәҙәттәрҙе еңеү бәхетле итә. Был шулай уҡ үҙ-үҙеңә ҡарата хөрмәт тойғоһо уята. Үҙеңде хөрмәт иткең килһә, спорт менән шөғөллән, китаптар уҡы, ялҡаулыҡты алып ташла һәм изгелек эшлә.
Тормош ябай. Велосипед уйлап сығарма. Бөтә бәхетлеләр ҙә ошо юлдан бара.


Гөлнәзирә Йәнтүрина.

"Бәхетнамә" тапшырыуының социаль селтәрҙәге битләүенән.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас