

Интернет селтәрендә бер психолог яҙмаһына тап булдыҡ. Уны башҡортсаға тәржемә иттек, ул былай тип яҙа:
“Мин ғаиләмде һаҡлайым. Бер нигә ҡарамай, үҙҙәренә шундай маҡсат ҡуйған ҡатын-ҡыҙҙар әллә ҡайҙан үҙҙәре хаҡында “ҡысҡырып” һөйләп тора. “Һүнгән” күҙҙәр, төшкән яурындар, юғалған, томаланған аң-ҡараш… Уларҙың медицина картаһының ҡалынлығы “Һуғыш һәм солох” томын хәтерләтә. Ундай ҡатындар иренең бар түбәнһетеүҙәренә түҙә. Ҡатын шулай булырға тейеш, тип уйлай. Иренең эсеүен дә, ҡайтмай ҡайҙалыр йөрөүен дә, кәмһетеүен дә, хыянатын да—барыһын да “йота”. Ошо сыҙамлыҡтарын “ғаилә һаҡлайым”, “балалар хаҡына йәшәйем” тип аҡлай. Улай ғына ла түгел “минһеҙ ирем юҡҡа сыға” тип борсола. Ысынында сәбәп бер—ҡурҡыу. Яңғыҙ ҡалырға ҡурҡыу, ғаилә тормошон үҙ яуаплылығына алырға ҡурҡыу, яңы мәғәнә эҙләүҙән ҡасыу. Бар көнкүреш мәсьәләләрен үҙенә хәл итергә тура киләсәк бит: йәшәргә торлаҡ эҙләү, аҡса табыу, баланы балалар баҡсаһына, мәктәпкә, түңәрәктәргә алып барыу һ.б. Яңғыҙлыҡтан ҡурҡыу: башҡа бер кем ҡарамаҫ, яратмаҫ тип уйланыуҙар…
Ҡурҡыуға булған тәү реакция—туҡтап, ҡатып ҡалыу. Әйтерһең дә, һиңә яман дошман килә, ә һин “үле” булып ҡыланаһың. Ошо ҡурҡыу мейелә ярала ла тәнгә “фарман” бирә. Тән иһә “мин өйҙә” (“я в домике”) тип йәшенә лә ҡуя. Йәғни апатияға бирелеү, үҙеңде йәлләү һ.б. Бындай ҡатын “ҡорбан хәлендә”. Ундайҙар “мин бер нәмә лә эшләй алмайым”, “унһыҙ ҡайҙа барам?”, “бынан сығыу юлы юҡ” тип мыжыуҙан, үҙен йәлләүҙән ары китмәй. Һәм үҙен кешегә лә һынамаған иренә йәбешеп ятыуын дауам итә. Уның һөйөүен һорай, үҙгәреүен теләй. Ә теге иргә был ҡулай ғына. “Минһеҙ был нимә эшләһен? Ҡайҙа барһын? Кемгә кәрәкһен?”—тип уйлаған ир тағы ла нығыраҡ шаша, агрессивҡа әүерелә, ихтирам итмәй. Ҡорбан-ҡатын бикле бер әйләнәгә эләгә. Шулай итеп, нервыһы ҡаҡшай, ауырыуға әйләнә, боғаҙ биҙе, ашҡаҙан сирҙәре ҡалҡып сыға, гормональ фон боҙола. Ғөмүмән, диагноздар гөлләмәһе хасил була. Ҡатын йылдар буйына табипҡа йөрөп, симптомдарҙы бөтөрөү өсөн дарыуҙар эсә, уколдар ала. Ә ошо проблеманы хәл итеү юлын—ирҙән китеүҙе уйламай.
Һеҙҙе һанламаған, ауырыуға дусар иткән иргә ниңә энергияғыҙҙы бирергә һәм ғүмерегеҙҙе уға бағышларға? Ғүмер бит берәү генә!”
Ә һеҙ психолог менән килешәһегеҙме? Элек бит айырылыуҙар аҙ булған. Әсәй-өләсәйҙәребеҙ ныҡ сабыр булғанмы, әллә ир-егеттәр ысын ир-егет була белгәнме? Кем нисек уйлай?