

Был ғорурлыҡ билдәһе түгел, ә адекват фекерләү юлы. Үҙгәрергә теләмәгән кеше менән ауыр һөйләшеүҙәрҙе туҡтатығыҙ. Һинең барлығыңа шатланмаған компанияла йөрөүеңде ҡуй. Һине яратырға әҙер булмаған кешегә һәйөүеңде һәм энергияңды әрәм итмә. Был һинең ваҡытыңды, энергияңды һәм дөрөҫ фекерләүеңде алыр.
Үҙ тормошоңдо шатлыҡ менән ҡыҙыҡлы итеп йәшәй башлаһаң, яныңда барыһы ла ҡалмаҫ. Тимәк, һиңә үҙгәрергә кәрәк. Күп ваҡытыңды уға бүлеп тә, ул һине кәмһетһә, онотһа, күрмәһә, ишетмәһә, уға ниңә үҙ энергияңды бүлергә? Һин – барыһы өсөн дә түгел, барыһы ла - һинең өсөн түгел! Ысын дуҫ булырҙай, һине яратырҙай һәм мөнәсәбәт ҡорорҙай кешене осратһаң, тормош бүләккә әйләнә. Был планетала миллиардлаған кеше бар, уларҙың байтағы һинең менән осрашырға теләр, һинең менән бер кимәлдә булыр, бер үк ҡиммәттәрҙе үҙ итер. Әгәр һине һанламаған кеше янында ҡалып, һине бары тик файҙаланған әҙәм янында ҡалһаң, үҙ кешеңде осратыуҙан алыҫлашырһың.
Моғайын, һине ихтирам итмәгәнгә энергияңды биреүҙән туҡтаһаң, шунда уҡ мөнәсәбәттәрегеҙ юғалыр. Үҙең яҙмаһаң, яҙмаҫ та. “Һөйөү” ҙә бөтөр. Был һин ғәйепле, мөнәсәбәтте үҙ ҡулдарың менән быуыуҙы аңлатмай. Быға ҡәҙәр һин генә энергия биреп торғанһың, ә ул көс һалмаған. Һин бары уға өйрәнгәнһең...
Һинең тормошоңда иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе – ул энергия. Ваҡыт сикле түгел, энергия сикле. Нимәгә күберәк ваҡыт һәм иғтибар бүләһең – ул һинең йәшәү рәүешең. Үҙ тормошоңдо храм ит. Унда һине хөрмәтләгән, тыңлаған, ишеткән, хәстәрләгән һәм аралашҡан кешеләрҙе генә индер. Ҡотҡарыуҙан туҡта! Кемделер йәлләп тормошоңдо заяға уҙғарма, һин бер кемгә лә “тейеш” түгел.
Һинең эшең аңлау: һин - үҙ тормошоңдоң хужаһы, һөйәркәһе. Ҡайҙа һиңә еңел, ҡайҙа һиңә рәхәт, ҡайҙа һин сәскә атаһың – ошоларҙы үҙең һайла, үҙең хәл ит. Һәм бер аҙ туҡтап тор... Тиҙ арала тормошоң яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлар...
Синтия Сабина һүҙҙәрен Резеда Усманова тәржемә итте.
Фото интернеттан.