

Бер-нисә йыл элек Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡыуҙың кеше организмына ғына түгел, параллель донъяға ла нисек тәьҫир итеүенә бәйле бер ҡыҙыҡ хәлгә шаһит булдым. Шуны бәйән итмәксемен.
Халыҡ беҙҙә ихлас йөрөй мәсеткә. Был юлы ла кеше һәүетемсә йыйылғайны. Мәсеттең ирҙәр яғы ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан селтәр тюль менән генә айырылған, шуға ла ул яҡ үтә күренеп тора. Бына аҙан әйтелеп, барса халыҡ намаҙға баҫты. Сөннәт намаҙ уҡылып бөткәс, имам баҫып тороп хөтбә уҡый башланы. Имамыбыҙ оло кеше. Дини белеме булһа ла, доғаларҙы ауырлыҡ менән уҡый, һүҙҙәрҙе әйтеп еткермәй, туҡтап-туҡтап ала. Бер ваҡыт шәйләйем: мәсеттең урман яҡ стенаһы яғында эреле-ваҡлы ниндәйҙер шәүләләр ҡыбырлаша башланы. Кешеләр араһынан намаҙлыҡтарҙы тапап, үрле-ҡырлы күсеп йөрөй былар. Бер шәүлә хатта мөнбәргә менеп ултырып алды. Имам хөтбә уҡый, ә мин шул шәүләләрҙе күҙәтәм. Бер ваҡыт бер шәүләнең туҡтап, минең яҡҡа төбәлеп ҡатҡанын һиҙеп ҡалдым. Шул арала ошо шәүләнең утлы күҙҙәре пәйҙә булды. Икәүләп бер-беребеҙгә текләгәнбеҙ, күренеп тора, ул ҡурҡмай, мин дә ҡурҡмаҫҡа тырышам, һыр бирмәйем тегегә. Шәүләләр менән мәсет тулып китте. Мәсеттә лә ошондай ят есемдәр була икән дә ул, тип аптырап ултырам. Мәсетте тау аҫтына, йылға ярына һалырға ярамай, тигәндәрен ишеткәнем бар ине. Унда ултырған мәсеттәргә йыйылған бысраҡтан арыныуы ауырыраҡ була икән. Шуның өсөн дә элек-электән мәсеттәрҙе тау баштарына, тау битләүҙәренә, асығыраҡ урындарға һалғандар. Бындай урындарҙа мәсеттәр һәр төрлө бысраҡтан тиҙерәк таҙарынған. Ошо мәсет урынлашҡан тау битләүендә йә еләк, йә бәшмәк эҙләп йыш ҡына йөрөргә тура килә. Хикмәтле һәм бер төрлө шомло тау ул. Бер яғы Алағуянға, икенсе яғы Ағиҙелгә топ-тоҡан төшкән нәҙек-оҙон был тауҙа көпә-көндөҙ ҡайһы яҡҡа китергә белмәй аҙашып йөрөгәнем дә бар минең...
...Бына бер ваҡыт мөнбәрҙә ирәйеп китеп ултырған шәүлә ҡапыл тертләне, хатта тороп уҡ баҫты. Башҡа ваҡ шәүләләр ҙә намаҙлыҡ тапап йөрөүҙән туҡтап ҡалды. Ул арала хөтбә лә, вәғәз уҡыуҙар ҙа тамамланды. Бар халыҡ йома намаҙының фарызына баҫырға әҙерләнде. Ҡапыл ишек асылып китте лә, мәсеткә Таһир мулла килеп инде. Алға уҡ сығып, фарыз намаҙына ҡәмәт әйтә башланы. Ошо мәлдә мәсеттә нимә башланғанын күрһәгеҙ, иҫегеҙ китер ине! Таһир мулланың ауаздары ишетелеү менән теге шәүләләр стеналарға һырлығып, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ниһәйәт, мәсет "ят есемдәр" шәүләләренән арынды. Шул саҡ мәсет эсенә ниндәйҙер бер илаһи нур төштө, тирә-яҡ яҡтырып китте. Ауыр йоҡонан арынғандай, кешеләр берәм-һәрәм намаҙға тора башланы. "Фәрештәләр төштө", тип уйлап ҡуйҙым мин ҡыуанып. Таһир мулла алҡынып-алҡынып намаҙ уҡый, беҙ уға ойоп намаҙ атҡарабыҙ. Күңелдә шундай һиллек, еңеллек! Бына шунда аңланым да инде мин Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп, тәжүид менән уҡыуҙың ниндәй көскә эйә булғанын. Таһир мулланан ҡайһылай ҡоттары осоп тора шайтандарҙың. Хатта әллә ҡайҙан килгәнен белеп-танып торалар. Шул саҡта үҙемә мотлаҡ ғәрәпсә уҡырға өйрәнергә, тәжүид фәнен үҙләштерергә һүҙ бирҙем, сөнки минең Ҡөрьәнде транскрипция хәлендә уҡыуым, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтә белмәүем диндә нулгә тиң булғанын ошо ваҡиғанан һуң яҡшы аңланым.
Фәриҙә Айытбаева, Бөрйән районы.