АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Фекер
15 Июнь 2023, 10:50

УЙЛАН, ҠӘРҘӘШЕМ!

Һәр кешелә ҡасандыр шундай һорауҙар тыуғаны барҙыр: “Ни өсөн йәшәйем?”, “Кешелектең асылы ҡайҙан башлана?”, “Шул ҡәҙәрем күҙ алдына килтереп булмаҫ дәрәжәлә дөрөҫ һәм теүәл хәрәкәт иткән Ғәләм ҡайҙан килеп сыҡҡан?” һ.б. Ҡайһы саҡта аныҡ яуап таба алмағанлыҡтан күңелдәрҙе тынғыһыҙлыҡ биләй: “Ни мәғәнә бар минең йәшәүемдә? Донъяға кем идара итә? Беҙ бында төрлө хәжәттәребеҙҙе үтәү һәм уйын-көлкө өсөн генә килгәнбеҙме?

УЙЛАН, ҠӘРҘӘШЕМ!УЙЛАН, ҠӘРҘӘШЕМ!
УЙЛАН, ҠӘРҘӘШЕМ!

Тормошобоҙҙоң маҡсаты тик байлыҡ туплау һәм үҙеңә дан-шөһрәт эҙләүме?”
Кешеләр йәшәйештең серҙәренә төшөнөү өсөн борон-борондан был донъяны тикшерә, эҙләнә. Планеталар, йондоҙҙар йөрөшө, көн менән төндөң алышыныуы тураһында нығыраҡ фекерләһә, тирә-яҡ мөхиткә генә түгел, үҙ кәүҙәһенең төҙөлөшөнә лә иғтибар итһә, һәр кем бик күп һорауға яуап табасаҡ, әлбиттә.
Бәлки, ҡасан да булһа бейек ҡойма менән уратып алынған, йәшел ағастар, матур һәм хуш еҫле сәскәләр ултыртылған баҡса эсендә, шаулап торған фонтан ҡаршыһында урынлашҡан йорт йәки һарай күргәнегеҙ барҙыр. Эсе лә йыһаздар менән зиннәтләнгән, балаҫтар йәйелгән, шуға күрә бик тә йәмле һәм күркәм төҫ алған, ти. Һәм, әгәр берәү килеп, ошо һарай үҙенең бөтә уңайлыҡтары менән үҙенән-үҙе хасил булған, уны бер кем дә төҙөмәгән, тип һөйләй башлаһа, әлбиттә, һеҙ: “Туҙға яҙмағанды һөйләмә”, – тип, һүҙен туҡтатырға, тыйырға ашығасаҡһығыҙ. Ә бына шул миҫалды беҙ йәшәгән планетаға ҡарата ҡулланып буламы? Эйе. Кеше бит үҙен уратып алған Ғәләмгә лә һоҡланып бөтә алмай, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ гүзәллегенә – күккә, тауҙарға, йылғаларға, үҫемлектәргә, хайуандарға, балыҡтарға, бөжәктәргә – ҡарап хайран ҡала. Әгәр һарайҙың кешеләрһеҙ төҙөлмәгәнен таныйбыҙ икән, беҙ йәшәгән ер, башҡа планеталар, йондоҙҙар, ғөмүмән, һоҡландырғыс Ғәләм киңлеге үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан, тип әйтә алабыҙмы?
Ҡулыбыҙға сәғәт алайыҡ. Бер-береһенә тәьҫир итеп, хәрәкәтләнә һәм нәтижәлә ваҡытты күрһәтә торған бик күп өлөштәрҙән ғибәрәт ул. Берәй өлөшсәһен алып ташлаһаң, механизм үҙ эшен тейешенсә үтәмәйәсәк йәки бөтөнләй йөрөүҙән туҡтаясаҡ. “Ошо сәғәт үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан” тип әйтә алабыҙмы һуң? Юҡ. Ә бына Ғәләм киңлеге – сәғәткә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм йөҙҙәрсә мең йыл буйы һис туҡтамай хәрәкәт итеүсе механизм. Уның өлөштәре булған күк есемдәре, планеталар һәм беҙҙең аҡылға һыймаған, күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ бар нәмә – олоһо ла, бәләкәйе лә – бер-береһенә тәьҫир итеп, хәрәкәтләнә, һәр береһе икенсеһенең барлығына мохтаж.
Кешенең үпкәһенә генә ҡараһаҡ та, ни хәтлем мохтажбыҙ был ағзаға! Әгәр ҙә һауала кислород булмаһа, был ағза беҙҙең өсөн нигә хәжәт? Кешенең күҙенә иғтибар итегеҙ – ниндәй оҫталыҡ һалынған уның төҙөлөшөнә! Ә әгәр ер йөҙөндә ҡояш нуры, йәки яҡтылыҡ булмай, бар нәмә тулы ҡараңғылыҡҡа сумһа, күҙ ниғмәтенән беҙгә ни файҙа? Әгәр баҫыуҙарға һәм көтөүлектәргә ямғыр күҙе төшмәһә, ул ерҙәр ниндәй генә уңдырышлы булмаһын, һис бер файҙа алып булмаҫ ине. Шулай итеп, Ғәләм киҫәктәренең үҙ-ара гармониялы һәм килешле бәйләнеше лә уның үҙенән-үҙе килеп сыҡҡанын инҡар итә. Ә кемдер кире мәғәнәле дәлил табырға теләй икән, сәғәт механизмының үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан икәнен иҫбатлап ҡараһын...
Билдәле булыуынса, беҙ йәшәгән донъя эҙмә-эҙлеклелек, йәғни бер-бер артлы тоташҡан быуындар сылбыры буйлап үҫешә. Ниндәйҙер организм йәшәй башлаһын өсөн уның үҫеш алған быуыны булырға тейеш. Мәҫәлән, кемдер минең өйөмдә бер гөл сәскәһен күрҙе лә уны ҡайҙан алыуым тураһында һораны, ти. Мин уға күршемдән алыуым тураһында белгертәм. Ул тағы ла ҡыҙыҡһына: “Ә күршең ҡайҙан алған?” Күршем дуҫынан алған, уға икенсе бер дуҫы биргән, икенсеһе өсөнсөһөнән алған... Аҙағында кемдер: “Мин орлоҡто ергә сәстем һәм гөл үҫеп сыҡты”, – тип әйтергә тейеш. Миҫалдан күренеүенсә, үҫенте үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәгән. Донъялағы бөтә нәмә бер-береһе менән бәйле һәм үҙенән-үҙе пәйҙә була алмай.
Ә хәҙер үҙебеҙгә иғтибар итәйек. Кешелек тә үҙенән-үҙе килеп сыҡмаған бит, ә ҡайҙандыр башланған. Мәҫәлән, берәүгә бөгөн 20 йәш, ти. Әгәр йәшен кирегә табан һанап китһәк, 20 йылды иҫәпләгәндән һуң әле ул тыумаған заманға барып етәбеҙ. Ҡайҙа булған ул 20 йыл һәм 1 ай элек? Әсә ҡарынында. Әсә балаһын 9 ай ҡарынында йөрөтә, ә уға саҡлы ҡайҙа булған? Атаһы менән әсәһе йәшәгән. Улар ҙа бит ҡасандыр булмаған. Шулай итеп, сылбыр буйлап китһәк, ҡасандыр кешелектең атаһы менән әсәһенә – Әҙәм һәм Һауаға – барып сығасаҡбыҙ. Улар ҡайҙан килеп сыҡҡан?..
Әгәр ҙә ошолай итеп һәр әйберҙең башланған ерен эҙләһәк, һис шикһеҙ, тәүге сығанаҡҡа барып етербеҙ. Барыһы ла бер асылға ҡайтып ҡала. Йәғни бөтөн нәмәнең башланғысын һалыусы, бөтә тереклекте, планеталарҙы, галактикаларҙы, тотош Ғәләм һәм ваҡыт төшөнсәләрен бар итеүсе мәңгелек Заттың – Аллаһ Тәғәләнең – барлығын ошондай ябай миҫал менән аңлап була. Ул – мәңгелек, Уға саҡлы бер нәмә лә булмаған, Уның башланған нөктәһе лә, аҙағы ла юҡ.
Кешеләр тәжрибәле пилот йөрөткән, тауыштан да шәберәк хәрәкәт итеүсе осаҡтарҙың (самолет) пилотаждарын ҡарап һоҡлана, ә бит Ҡояш системаһының, планеталарҙың һәм Ғәләм эсендәге галактикаларҙың йөрөшө күпкә шәберәк һәм дөрөҫ иҫәп менән хәрәкәт итә. Мәҫәлән, Ер шары үҙенең күсәрендә сәғәтенә 1670 километр тиҙлегендә әйләнә. Сағыштырыу өсөн көбәк эсенән атылып сыҡҡан йәҙрәнең тиҙлеген алһаҡ, ул сәғәтенә 1800 километр үтә ала. Ер шары Ҡояш тирәләй, шул атылып сыҡҡан йәҙрәгә ҡарағанда 60 тапҡырға шәберәк хәрәкәт итеп, сәғәтенә 108 мең километр тиҙлегендә әйләнә. Әгәр ҙә кеше ундай тиҙлек менән йөрөй алырлыҡ машина уйлап тапһа, Ер шарын 22 минутта әйләнеп сығырға булыр ине!
Әле килтерелгән һандар Ер планетаһына ғына ҡағыла, ә Ҡояш системаһының хәрәкәте унан да ғәжәберәк һандар менән иҫәпләнә. Күҙ алдына килтерерлек тә түгел, аҡылға ла һыймай. Мәҫәлән, Ҡояш системаһы галактиканың үҙәге тирәләй сәғәтенә 750 мең километр тиҙлегендә өйөрөлә. Ә беҙҙең, үҙ эсенә 200 миллиард йондоҙҙо һыйҙырған Ҡош юлы галактикаһының, Йыһандағы хәрәкәт итеү тиҙлеге – сәғәтенә яҡынса 950 мең километр.
Астронавтарҙың һуңғы иҫәпләүҙәре һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: беҙҙең Ҡош юлы галактикаһы – 300 миллиард галактиканың береһе. Улар сағыштырғыһыҙ тиҙлектә әйләнә һәм һәр ҡайһыһы үҙ эсенә 200-300 миллиард йондоҙҙо һыйҙырған. Ләкин Ғәләмдәге ошо хәрәкәт барышында бер ниндәй бәрелеш тә юҡ. Берәй планетаның үҙ орбитаһынан ситкә сығып киткәне тураһында ла ишеткәнебеҙ юҡ.
Әгәр бер әйберҙе ҡарауһыҙ ҡалдырһаң, ул ваҡыт үтеү менән эшлектән сыға. Был инде – һәр кемгә билдәле күренеш. Әйтәйек, бынамын тигән өр-яңы машинаны бер йылға, хатта бер айға асыҡ һауала ултыртып китһәң, ваҡыт үтеү менән тәгәрмәстәре бушауы мөмкин, ҡайһы бер урындарының ямғыр һәм ҡар аҫтында тутығыуы бар. Иң кәмендә – машинаңды ныҡ саңланған, бысранған килеш табасаҡһың. Әгәр бер йыл үткәс килеп, уны тап-таҙа көйө, “бына, ултыр ҙа кит” хәлендә күрһәң, әлбиттә, уны кемдер йыуып, әҙерләп ҡуйған, тип әйтәсәкһең.
Шулай итеп, әгәр ҙә Ғәләм ҡарауһыҙ ҡалдырылһа, ҡасандыр хәрәкәттән туҡтар, эшлектән сығыр ине. Ә ул инде нисәмә миллиард йыл буйы бер туҡтауһыҙ хәрәкәт итә. Был – Аллаһтың барлығына тағы ла бер мөһим дәлил.
Әгәр ғаиләлә бер баш (етәксе) булмаһа, ул тулы мәғәнәле һәм дөрөҫ йәшәй алмай. Һәм хужалыҡ йәки ойошма ла, етәксеһе юҡ икән, эшкә һәләтһеҙгә әйләнә. Әгәр башлыҡһыҙ ҡалһа, дәүләт тә тарҡала. Шуға кешеләр ул мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә, әленән-әле йә был, йә теге илдә һайлауҙар үтә, халыҡ үҙенә етәксе һайлап ҡуя. Ә нисек инде беҙ Ғәләмдең Етәксеһе булыуына һис бер әһәмиәт бирмәйбеҙ? Бөтөн Ғәләмдең йәшәйеше, һис туҡтауһыҙ хәрәкәт итеүе беҙҙе Ғөмүм Етәксе, Бөйөк Батша барлығын танырға мәжбүр итә. Эйе, Аллаһтың барлығын аңлау йәки иҫбат итеү өсөн ниндәйҙер ҡатмарлы дәлилдәр эҙләргә кәрәкмәй.

Рәфис хәҙрәт Әбелғатин.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-81092847_2833

 

фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас