АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Июнь 2023, 10:50

БӘХЕТ ҠАЙҘА?

Ярышып-ярышып өй һала, машина алмаштыра, хатта аҡсалылары операциялар ярҙамында йөҙ-ҡиәфәтен үҙгәртә. Әммә нисек кенә бай, һылыу булмаһын, ул БӘХЕТте таба алмай. Юҡ, бөтә фәҡирҙәр ҙә бәхетле, ә байҙар бәхетһеҙ тигәнде аңлатмай был. Бары тик шуны әйтергә теләйбеҙ: бәхет матди донъяға бәйле түгел. Бәхет ул һинең аңында, күңелеңдә!

БӘХЕТ ҠАЙҘА?
БӘХЕТ ҠАЙҘА?

Һуңғы йылдарҙа кешелек шул тиклем үҙгәрҙе. Бөтә бәхетте матди байлыҡта күрәләр. Шуға ла элекке кеүек күршеләр менән ҡатышып, ҡунаҡҡа йөрөшөү, эркелеп бергә киноларға барыу, кис ултырыу һәм башҡалары юҡ. Күпселек өйгә бикләнде. Йомошо төшһә генә туғанына шылтырата, күршеһенә инә... Ярышып-ярышып өй һала, машина алмаштыра, хатта аҡсалылары операциялар ярҙамында йөҙ-ҡиәфәтен үҙгәртә. Әммә нисек кенә бай, һылыу булмаһын, ул БӘХЕТте таба алмай. Юҡ, бөтә фәҡирҙәр ҙә бәхетле, ә байҙар бәхетһеҙ тигәнде аңлатмай был. Бары тик шуны әйтергә теләйбеҙ: бәхет матди донъяға бәйле түгел. Бәхет ул һинең аңында, күңелеңдә!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар, психогенетика, психология, социология менән ҡыҙыҡһыныусы, дини китаптарҙы өйрәнеүсе Айбулат Уразбахтин йыш ҡына халыҡты йыйып семинарҙар үткәрә. Бер мәл ул «Үҙ тормошоң менән идара итеүҙең «серле» ҡанундары» тигән темаға семинар үткәргәйне.

—Йән—ул мәңгелек. Беҙҙең йән беҙҙең кәүҙә менән идара итә. Уйҙарҙың яҡты, ғәмәлдәрҙең изге булыуы, тормоштоң асылын аңлау кешене бәхетле итә. Үҙегеҙҙә яман уйҙар, үпкә-асыуҙар йөрөтмәгеҙ. Ул һеҙҙе ауырыу итә. Бер нәмә лә тормошта юҡҡа сыҡмай. Кире хис-тойғолар, йәғни кешенең энергияһы йыһанға китә һәм кире килеп үҙеңә ҡайта. «Ни өсөн мине яратмайҙар? Ни өсөн миңә бындай ауыр тормош?» тигән кеүек һәр төрлө уйҙар биреп мыжымағыҙ. Тормошобоҙ «акция—реакция» кеүек. Йәғни һеҙ кемгәлер насарлыҡ эшләнегеҙ—был һеҙҙең акция, ҡасан булһа ла уға яуап аласаҡһығыҙ—был реакция. Уны бумеранг тип тә әйтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта акцияһыҙ реакция булыуы ихтимал. Йәғни тәүҙә реакция. Һеҙ тормоштан, кешеләрҙән, эшегеҙҙән, балағыҙҙан, ирегеҙҙән, ҡатынығыҙҙан ҡәнәғәт түгел, мыжыйһығыҙ, көйәһегеҙ. Ошоға аҙаҡ акция «иғлан ителә», йәғни ауырыйһығыҙ, айырылаһығыҙ, балағыҙ тыңламай, эштән ҡыуылаһығыҙ һ.б. Уны карма тип тә атайҙар. «Карма»ның башҡортсаһы ла бар: ҡарамаҡ. Ата-бабалар йыш ҡына «Барыһы ла беҙҙең ҡарамаҡта» ти. Карма—ҡарамаҡ. Тимәк, ни сәсәбеҙ—шуны урабыҙ. Шулай уҡ барығыҙ ҙа «йога» тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ул юғары көс менән бәйләнешкә инеү. Уның да бит башҡортсаһы бар: йоға. Яман уйҙар уйлаһаң—яманы, яҡшы уйҙар уялаһаң яҡшыһы йоға. Үҙегеҙ менән идара итергә өйрәнегеҙ, дөрөҫ йәшәгеҙ, кәйефегеҙҙе үҙегеҙ көйләгеҙ. Һеҙҙең бәхет нимәгәлер, кемгәлер бәйле булырға тейеш түгел. Балаларҙы ла дөрөҫ тәрбиәләр кәрәк. Бөгөн кеше шул тиклем гаджеттарға бәйләнгән, хатта өйҙә «тере» һөйләшеү ҙә юҡ. Шунлыҡтан бала йәнһүрәт, видео менән тәрбиәләнә, үҙ телен дә белмәй. Беҙ уларҙы 18 йәшкә тиклем тәрбиәләргә, үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға һәм аҙаҡ ебәрергә тейеш. Был темаға айырым һөйләшергә була. Дөрөҫ туҡланыу ҙа мөһим. Ғөмүмән, тормошто дөрөҫ аңлап, дөрөҫ йәшәгәндә бәхетле булыу бик еңел. Бының өсөн АҢды дөрөҫ юҫыҡҡа ебәрергә кәрәк,—ти Айбулат Уразбахтин.

Семинарға килеүселәр бик күп һорау бирҙе. Мәҫәлән, Асия Солтан ҡыҙы: «Әгәр беҙҙең уйҙар шул тиклем көслө икән, әйҙәгеҙ күмәкләшеп йыһанға һуғыштың туҡтауын һорап ялбарайыҡ. Дөрөҫ буламы?»—тип һораны.

—Доғалар уҡыуҙы инҡар итмәйем. Беҙҙең һәр ҡылығыбыҙ Аллаһ менән, юғары көс менән бәйле. Тик унан һорар алдынан һин уның менән бәйләнеш булдырырға тейеш. Ябай ғына сағыштырыу: бына мин әле бында торам. Ҡәйнәмә шылтыратам: «Ҡәйнәм, хәҙер семинарҙан һуң һиңә киләм, сәй ҡуйығыҙ»,—тиһәм, ул сәй ҡуямы? Әлбиттә, ҡуя. Ә мин урамға сығып урамда үтеп барыусы берәй ҡатынға: «Сәй ҡуй әле, мин хәҙер һиңә ҡунаҡҡа киләм»,—тиһәм, ул мине әрләп китәсәк, алйотҡа ҡараған һымаҡ ҡараясаҡ. Шуға Юғары көстән нимәлер һорар өсөн һеҙгә уның менән бәйләнеш булдырыу зарур. Бының өсөн үҙгәрергә кәрәк. Ғөмүмән, бөгөн кешелеккә үҙгәрер кәрәк. Яҡшы яҡҡа. Аңды үҫтереү мөһим. Бөгөн күп нәмәне дөрөҫ аңламайбыҙ, дөрөҫ йәшәмәйбеҙ, тормош асылын аңламайбыҙ, мөнәсәбәттәр дөрөҫ түгел,—тине Айбулат Алик улы.

 

Автор:Резеда Валиева