АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Апрель 2023, 15:30

Ирҙе аҡсаға алмаштырҙыҡ

-Ғәләмәт шәп яңылығым бар! Ниһайәт, минең ирҙе һуғышҡа алдылар! Исмаһам, балаларына алимент күсер, ату йөрөй бында һыйыр артына ҡарап! Кисә баш ҡала майҙанында уларҙы хатта ҙурлап оҙаттылар. Етәкселәр үҙҙәре сыҡҡан хушлашырға. Кешенең күплеге...араларында ирҙәрҙең 5 балалылары ла, өйләнмәгәндәре лә етерлек,--тип тәтелдәне бер танышым.

Ирҙе аҡсаға алмаштырҙыҡ
Ирҙе аҡсаға алмаштырҙыҡ

...Өлөшләтә мобилизация башланғанда ир-егеттәребеҙ өсөн ҡурҡа инек, әле килеп үҙебеҙ барһындар ҙа, барһындар аҡса эшләһендәр, тип оҙатабыҙ. Ҡатындарға ла хәҙер аҡса ғына кәрәк, ахыры. Барыһының да өнөн аҡса менән тыҡтылар. -190 мең һум ай һайын алып торалар, тағы нимә кәрәк? – тип кенә ебәрәбеҙ. Ирҙәрҙе аҡсаға алмаштырып бөттөк. Ҡулыңда аҡса булыр ҙа ул, балаларыңа атай, үҙеңә терәк-таянысты ҡайҙан табаһың? Аҡса бөтә нәмәне лә алмаштыра алмай ҙа баһа!? Уйлап ҡарағыҙ, ҡатындар! – тип оран һалғы килә.

Әле ирен яуға этеп-төртөп ебәргән ҡатын да ирен ике йыл элек өйөнән ҡыуып сығарҙы. Эсә, аҡса эшләмәй, ирешә-һуғыша, тип. Уныһы әсәһенә ҡайтып, мал ҡарашып, шунда көн күрә ине. Әле уға ла яуға китеүгә сират еткән. Ҡатыны был хәлде ишеткәс йүгереп йөрөй, хатта сумка-маҙарын да юлға үҙе әҙерләгән. Барһын ғына, аҡсаһы килһен генә, үлә ҡалһа компенсацияһы булыр, тип кенә ебәрә. Хатта әле Өфөгә лә барып етмәгән ирем һуғышҡа китте тип хәрби комиссариаттан справка һорарға барған. Балаларҙы бушлай ашаталар, ятаҡта бушлай йәшәтәләр, ти бит, шуға справка юллайым тимәһенме!?

Бына шулай тыныс тормошта кәрәкмәгән ир һуғыш осоронда кәрәк булып сыҡты, аҡса, аҡса томаланы аңыбыҙҙы. Ирҙе аҡсаға алмаштырҙыҡ...

Автор:Гульдар Кадаева