АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Апрель 2023, 22:10

БОРСОЛМА! ЫШАН! БӘХЕТЛЕ БУЛ!

1. Нимәлер һин теләгәнсә бармаймы? Борсолма! Барыһыла яҡшымы? Тыныслан! Ниндәй тормош теләйһең—шуны уйла. Ошо йүнәлештә аҙым эшлә! 2. Бөтә нәмә үҙгәрә. Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Ышан: һинең тормошоңа ла яҡшылыҡ үтеп инер. Ышан. Шулай буласаҡ! 3. Аҡса етмәйме? Аҡса бит иң мөһим нәмә түгел. Күп аҡсаң булғас, быны аңларһың. Ниңә нервы бөтөрөргә? Ҡыҙыҡлыраҡ бер нәмә хаҡында уйла әле. Аҡса артынан йүгереп тормошоңдо онотоп китмәнеңме? Ғүмер бит үтә...

БОРСОЛМА! ЫШАН! БӘХЕТЛЕ БУЛ!
БОРСОЛМА! ЫШАН! БӘХЕТЛЕ БУЛ!

ПСИХОЛОГ ГӨЛНӘЗИРӘ ЙӘНТҮРИНӘ КӘҢӘШТӘРЕ:


1. Нимәлер һин теләгәнсә бармаймы? Борсолма! Барыһыла яҡшымы? Тыныслан! Ниндәй тормош теләйһең—шуны уйла. Ошо йүнәлештә аҙым эшлә!

2. Бөтә нәмә үҙгәрә. Бер нәмә лә мәңгелек түгел. Ышан: һинең тормошоңа ла яҡшылыҡ үтеп инер. Ышан. Шулай буласаҡ!

3. Аҡса етмәйме? Аҡса бит иң мөһим нәмә түгел. Күп аҡсаң булғас, быны аңларһың. Ниңә нервы бөтөрөргә? Ҡыҙыҡлыраҡ бер нәмә хаҡында уйла әле. Аҡса артынан йүгереп тормошоңдо онотоп китмәнеңме? Ғүмер бит үтә...

4. Яныңда ир юҡмы? Ә был ныҡ мөһиммө? Миллионлаған ҡатын ирһеҙ йәшәй һәм иҫе лә китмәй. Ирһеҙ йәшәргә хыялланған йөҙләгән ҡатынды беләм... Булғас, “Иң яҡшы ир миндә” тип әйтерлек булһын.

5. Сирҙәр... Борсолма. Бөтә ауырыу нервынан бит. Тән – ул храм кеүек. Икенсе храмың булмай. Бәхетлеләр ауырымай ул.

6. Тышҡы ҡиәфәтең менән ҡәнәғәт булмай йөрөмә! Кешеләрҙең һеҙҙә эше юҡ. Йәш саҡтағы фотоңа ҡара әле. Ниндәй матурһың! Ә бит ул саҡта ла матур, һомғол түгелмен тип уйлай инең…

7. Башҡалар ни әйтер тип борсолма. Улар һөйләүҙән туҡтамаҫ. Башҡа эштәре юҡтыр. Иң мөһиме—Аллаһ алдында күңелең таҙа булһын!

8. Дошмандарыңды уйлап ҡайғырма. Улар һиңә түгел, үҙҙәренә соҡор ҡаҙа. Улар хаҡында уйлауҙан туҡта. Уларҙы күрмә! Иғтибар итмә! Был иң яҡшы ҡорал.

9. Барыһын да бәхетле итеп булмай. Һинән быны һорамағандыр бер кем дә. Һәр кемдең үҙ юлы. Үҙең бәхетле бул. Бынан эргәңдәгеләргә лә еңел булыр.

10. Күп уйланма, күп борсолма, күп ҡайғырма – бынан үҙең бәхетле булырһың. Һинең бәхетеңде бер кем урлай алмай!


/Резеда Усманова тәржемәһе/


Автор:Резеда Валиева