АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Апрель 2023, 10:10

ҺАЛАМ АҪТЫНДА КАРТУФ

Картуф баҙҙан сыға башланымы әле? Тиҙҙән, бик тиҙҙән картуф ултырта башлайбыҙ инде... Һәр кемдең үҙенә генә хас ысулы була. Ә һеҙ һалам аҫтында картуф үҫтереп ҡарағанығыҙ бармы? бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ...

ҺАЛАМ АҪТЫНДА КАРТУФ
ҺАЛАМ АҪТЫНДА КАРТУФ

Картуф баҙҙан сыға башланымы әле? Тиҙҙән, бик тиҙҙән картуф ултырта башлайбыҙ инде... Һәр кемдең үҙенә генә хас ысулы була. Ә бына Татарстанда йәшәүсе нефетсе Илдар Исмәғилев картуфты һалам аҫтында үҫтерә икән. Уның кәңәштәрен еткерәбеҙ:

Тупраҡты эшкәртеп, иңе—90, буйы 9 метр оҙонлоҡтағы түтәлдәр яһағыҙ.

Тупраҡты 10 сантиметр тәрәнлектә көрәк менән ҡаҙып, ике рәт яһағыҙ.

Бураҙна төбөнә бер аҙ компост һәм көл һибегеҙ. Тиреҫте иһә ерҙе эшкәрткәнгә тиклем тупраҡҡа кертеү яҡшы.

Сәсеүгә әҙерләнгән картуфты 25-30 см ара ҡалдырып, бураҙнаға теҙеп сығығыҙ. Уларҙы 20 см ҡалынлыҡта ярым серегән һалам менән ҡаплағыҙ.

Автор:Резеда Валиева