АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Апрель 2023, 16:40

«Биш ни өсөн?» ҡағиҙәһе

Тоуоta компанияһына нигеҙ һалыусы Caкити Тoйодa һәр ваҡыт «Биш ни өсөн?» ҡағиҙәһенә таянып эш иткән. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сыҡһа, ул ошо алымды мотлаҡ ҡулланған.Ә ҡағиҙә бына ошондай.

«Биш ни өсөн?» ҡағиҙәһе
«Биш ни өсөн?» ҡағиҙәһе

Миңә тун кәрәк. Ни өсөн?

Тоуоta компанияһына нигеҙ һалыусы Caкити Тoйодa һәр ваҡыт «Биш ни өсөн?» ҡағиҙәһенә таянып эш иткән. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәл килеп сыҡһа, ул ошо алымды мотлаҡ ҡулланған.
 
Ә ҡағиҙә бына ошондай. Әйтәйек, һинең тун һатып алғың килә. Үҙеңдән ни өсөн миңә тун кәрәк?—тип һора. Был беренсе ни өсөн. Сөнки, мин ҡиммәтле тун кейеп бөтәһен дә шаҡ ҡатырғым килә. Икенсе ни өсөн. Ни өсөн һин бөтәһен дә шаҡ ҡатырғың килә? Яуап: миңә иғтибар итеүҙәрен теләйем. Өсөнсө ни өсөн. Ни өсөн һиңә иғтибар итеүҙәрен теләйһең? Сөнки, мин үҙемде ышанысһыҙ тоям. Дүртенсе ни өсөн. Ә ни өсөн һин үҙеңде ышанысһыҙ тояһың? Яуап: сөнки мин хыялдарымды тормошҡа ашыра алмайым, бер урында тапанам. Бишенсе ни өсөн. Ни өсөн һин хыялдарыңды тормошҡа ашыра алмайһың? Яуап: сөнки мин күңелемә ятҡан шөғөл менән мауыҡмайым. Шунан әйт инде, нимәгә һиңә тун?

Caкити Тойoдa билдәләүенсә, бишенсе ни өсөнгә яуапта тәү ҡарашҡа күҙгә лә ташланмаған беренсе сәбәп ята. Бишенсе сөнки күңел төбөндә йәшеренеп ятҡан һығымтаны өҫкә ҡалҡыта. Был алым хатта һин үҙ-үҙеңә лә белгертергә ҡурҡҡан ысынында да һинең нимә теләүеңде, һәм теләгән нәмәң ысынында ябай мишура булыуҙы асыҡларға ярҙам итә. Тoйoде әфәндегә Тoйoта автомобиле өсөн генә рәхмәт әйтеүебеҙ аҙ икән.

Фот асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульдар Кадаева