Бөтә яңылыҡтар
Фекер
4 Апрель 2023, 12:15

Яҡшы ирҙең ҡатыны ниндәй була?

 Ғаиләле ҡатын йәшенә ҡарамай матур күренә икән – иренең ҡулын ҡыҫыр кәрәк. Был уның ҡаҙанышы...Тимәк, ир кеше холоҡһоҙланып ҡатынын йонсотмаған... Унан ҡара эш эшләтмәгән... Тәнҡитләмәгән, мыҫҡыл итмәгән, көлмәгән... Ул ҡатынын ҡосаҡлаған, үпкән, яратҡан, маҡтаған һәм йылы һүҙҙәр әйткән... Хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаған... Ҡайғыларын йыуатҡан... Яҡшы мөғәләмәһе менән ул үҙенә оло йәштә лә матур ҡатын һаҡлап ҡала алған.

Яҡшы ирҙең ҡатыны ниндәй була?
Яҡшы ирҙең ҡатыны ниндәй була?



Яҡшы ирҙең ҡатыны тыныс була... Йәш күренә... Күп йылмая... Өй эсендәге эштәрҙе лә яратып ҡына башҡара... Үҙен бөтөрмәй, ире менән ял итергә, кистәрен ҡултыҡлашып ҡайҙалыр барырға ваҡыт таба... Бөтәһе лә был кеше ҡатындан уңған тип һоҡлана. Ә был ирҙең ҡаҙанышы икәнен күптәр уйлап та еткермәй. Ә башҡа ирҙәр уларға көнләшеп ҡарай. Ниңә минең ҡатыным шундай түгел икән тип уйлай. Ниңә икәне ап-асыҡ билдәле: ҡатын-ҡыҙҙы ла затлы машинаң кеүек һаҡларға һәм ҡәҙерләргә кәрәк.

...Һәр оло йәштәге сибәркәй янында ҡулын ҡыҫыуға лайыҡлы ир-егет була. Әлбиттә, яңғыҙаҡ матур ханымдар ҙа, бәхетһеҙ никахта ла үҙҙәрен һаҡлай белгәндәр ҙә бар, ләкин улар һирәк. Кәләште йәштән һаҡлар кәрәк – шул ваҡытта уға бер ҡасан да әбей (ҡарсыҡ) тип әйткең килмәҫ.

Рәхимә Мусина.

Автор:Гульдар Кадаева