АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
2 Апрель 2023, 14:30

АЙЫРЫЛЫУ—НАСАР! БЕРГӘ ҠАЛЫУ ҠУРҠЫНЫС!

Һорау: «Ирем эсә. Инде 5 йыллап эшләмәй. Минең аҡсамды эсә. Туғандар менән аралаштырмай. 15 йыл бергәбеҙ. Өс бала. Мин әле декретта. Нимә эшләргә миңә?»Психолог кәңәш бирә: Айырылыу насар. Әммә бергә ҡалыу тағы ла ҡурҡынысыраҡ...

АЙЫРЫЛЫУ—НАСАР! БЕРГӘ ҠАЛЫУ ҠУРҠЫНЫС!
АЙЫРЫЛЫУ—НАСАР! БЕРГӘ ҠАЛЫУ ҠУРҠЫНЫС!

 

—Ирем эсә. Инде 5 йыллап эшләмәй. Минең аҡсамды эсә. Туғандар менән аралаштырмай. 15 йыл бергәбеҙ. Өс бала. Мин әле декретта. Нимә эшләргә миңә?

 

Психолог Гөлнәзирә Йәнтүрина яуап яҙа:

—Хәлдәр бигерәк ауырлашҡан. Эскелектең тәүге осрағында уҡ ниҙер эшләргә ине. Кеше алкоголизмды һайлағас, саң ҡағыуҙан файҙа юҡ. Алдан уҡ ҡырҡа һәм ҡәтғи шарт ҡуйырға кәрәк булған. Айырылыу насар. Әммә бергә ҡалыу тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Сөнки балалар атаһының «һәйбәт булмаған» өлгөһөн күреп үҫә. Улар әсәләренең ҡайғырған һәм «ҡорбан булып» йәшәгән хәлен күрә. Ғүмер бер генә! Уны лайыҡлы, матур йәшәргә кәрәк!

Әлбиттә, аныҡ кәңәш биреп булмай. Һәр кем үҙе хәл итә, үҙ яҙмышын үҙе яҙа. Шулай ҙа рекомендация бирәм:

  1. Үҙең менән шөғөллән, психик-эмоциональ һәм энергетик хәлеңде ҡара. Ашығыс рәүештә. Психолог курсы үтеү ҙә кәрәк булыр.
  2. Ата-әсәйең менән мөнәсәбәтеңде көйлә. Дөрөҫөн әйтеп, һөйләшеп алығыҙ. Ярҙамдары кәрәктер, моғайын. Балаларыңды булһа ла ҡарап торһондар.
  3. Эш табырға, эшкә урынлашырға. Үҙ-үҙеңде тәьмин итә башла.
  4. Айырылышырға. Кеше 5 йыл дауамында көн дә эсә икән, ул инде алкоголик. Ә алкологик менән йәшәп булмай.

 

Бынан тыш, түбәндәгеләр мөһим:

  1. Үҙеңде йәлләмә, кешеләрҙе һөйләмә.

2.Үҙеңдең һәм балаларыңдың тормошо өсөн бары тик һин яуаплы.

  1. Иреңде ҡотҡарам тип тырышма ла. Ул бала түгел.
  2. Үҙеңдең тышҡы ҡиәфәтеңде үҙгәрт, шәхес булараҡ үҙгәр.
  3. Позитив кешеләр менән аралаш.
  4. Үткәндәр менән йәшәмә!
  5. Маҡсат ҡуй! Бер йылға булһа ла! Көн дә яҡты хыялдарыңды ҡабат-ҡабат яҙ!
  6. Таҙарыныу хаты яҙ, үпкәләреңде яҙ, барыһын да ғәфү ит, бәхет телә лә хатты утҡа яҡ.

 

 

Автор:Резеда Валиева