АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Март 2023, 10:55

ТЕЛДЕ ЛӘ ТЫЙЫУ ЗАРУР

Ашау-эсеүҙән тыйылыу әллә ни ҡыйын түгел ул, бына телде тыйыу, ай-һай, ауырыраҡ.Кәйефең ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, "тырт-мырт"һыҙ ғына яуап биреү, таш менән атҡанға аш менән яуап ҡайтарыу, юлыңды ҡыйып үткән автомобилгә янағандай итеп пипелдәтмәй үтеп китер өсөн үҙеңде тәрбиәләп алырға тура килә. Балаларға тауыш күтәрмәй өндәшеү өсөн дә байтаҡ тырышаһы бар, сөнки — Рамаҙан.

ТЕЛДЕ ЛӘ ТЫЙЫУ ЗАРУР
ТЕЛДЕ ЛӘ ТЫЙЫУ ЗАРУР
Ашау-эсеүҙән тыйылыу әллә ни ҡыйын түгел ул, бына телде тыйыу, ай-һай, ауырыраҡ.

Кәйефең ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, "тырт-мырт"һыҙ ғына яуап биреү, таш менән атҡанға аш менән яуап ҡайтарыу, юлыңды ҡыйып үткән автомобилгә янағандай итеп пипелдәтмәй үтеп китер өсөн үҙеңде тәрбиәләп алырға тура килә. Балаларға тауыш күтәрмәй өндәшеү өсөн дә байтаҡ тырышаһы бар, сөнки — Рамаҙан.

Социаль селтәрҙәге кәйеф-сафаны ҡарап ултырмай, телефоныңдағы Ҡөрьәнде асып, уҡый башлау ҙа, һис йәшермәйем, тырышлыҡ талап итә, сөнки — нәфсе.

Шулай ҙа татлы мәлдәре менән күңелде иҙрәтеү көсөнә эйә бит ул Рамаҙан айы. Хатта ки быйыл "Ни өсөн был изге ай йыл буйына дауам итмәй икән?" тип тә уйлаған минутым булманы түгел, булды. Тиҫтә йылдан ашыу ураҙа тотһам да, был фекерҙең быйыл ғына тыуыуы ла осраҡлы түгелдер. Рамаҙан беҙҙе һынай ҙа, шул уҡ ваҡытта сикһеҙ һыйлай ҙа!

 
Фекер ГӨЛСӘСӘК МОСТАЕВА битләүенән алынды.
Автор:Резеда Валиева