АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Март 2023, 16:35

БАЛАНЫҢ КҮҢЕЛ ҠОТОН ЕБӘРМӘГЕҘ!

Әсә телен белмәгән балаға ҡот ҡойоп ҡына ярҙам итеп буламы? Мәрйәм Бураҡаева яҙмаһын уҡығыҙ һәм уйланғыҙ!

БАЛАНЫҢ КҮҢЕЛ ҠОТОН ЕБӘРМӘГЕҘ!
БАЛАНЫҢ КҮҢЕЛ ҠОТОН ЕБӘРМӘГЕҘ!


Ҡот ҡойоуҙың файҙаһы ҙур. Бәхәсһеҙ. Ҡурҡыуҙан атлай алмай ултырғандарҙы аяҡҡа баҫтырғаным булғыланы...
Әле яҙырға тип, хәрефтәр теҙә башлауым ҡоттоң файҙаһы тураһында ғына түгел, ә һирәкләп булһа ла ҡот ҡойорға йөрөгән ҡыҙымдың тәжрибәһенән бер ваҡиға яҙмаҡсымын.
- Әсәй, бер таныштарға ҡот ҡойорға барам. Һине лә ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Бергә барайыҡ, - тип, мине лә әйҙәләп алып китте ҡыҙым. Ризалаштым. Күптәнге таныштар улар. Тик заман ауырыуы - ваҡыт наҡыҫлығы арҡаһында аралашырға тура килмәй. Республика азатлығы, туған телде һаҡлау, тип, бергә көрәшеп йөрөүҙәрҙе, әле лә минең туған телдә һөйләшеүҙең әһәмиәте тураһында яҙған мәҡәләләремә уның хуплап яҙылған фекерҙәре тураһында һөйләшеп алып киттек. Ире бик ихлас эйәк ҡағып ултырҙы, шул уҡ ваҡытта өләсәйлек вазифаһын елкәһенә һалған ҡатынына күҙ ҡойроғо менән генә үҙ-ара ғына аңлашырлыҡ ҡараш ташлап алғыланы. Ҡартатай булып киткән был ир кешенең олпатланып, сәсенә сал төшөп китеүе ҡыҙыҡ ине. Әле яңы ғына-яңы ғына йәштәр ине бит...
Ейәнсәре килде. Ишек асҡан саҡта уҡ иҫкәрттеләр. "Башҡортса, башҡортса һаулаш..." Рәхмәт. Бала башҡортса һаулыҡ һорашты. Әммә бик-бик бай бит мин тәжрибәгә... Күҙ ҡарашынан уҡ баланың туған телдә аралашмауын тойҙом. Күңел йылылығы тойолмай ине ҡарашында.
"Ейәнсәремә күҙ тейгән ахыры, тынысһыҙлана" - тине хәстәрлекле өләсәй.
Ҡыҙым ҡот ҡойҙо ла миңә күрһәтте. Ҡурғаш көҙгө япраҡтар кеүек һибелгән, бер генә лә төйөрөм киҫәге юҡ...
Бала яңғыҙлыҡтан, ҡараңғынан, алыҫ юлдарҙан, киләсәгенән, яҙмыш билдәһеҙлегенән ҡурҡа. Зиһене яҡты, яҡшы уҡый. Тырыш. Тыңлаусан. Әммә күңелендә тынғылыҡ тапмай. Бушлыҡ. Күңел пәрҙәһе ҡоролған.
Ҡыҙым туған телендә һөйләшмәгән, туған тел аша өлкәндәр менән барлыҡҡа килә торған яҡынлыҡты юғалтҡан балаларҙың нисек ауырыуҙары, ниҙән ҡурҡыуҙары тураһында яҡшы белә һәм был матур ҡыҙҙан да ипләп кенә һораша башлағас: "А вы откуда знаете?" - тип аптырай ти.
Эй Алла, күңел ҡотон юғалтыуҙан күңел бушлығы барлыҡҡа килгәнлеген, унан ауырыуға һабышҡандарын, ҡоттоң ҡапыл ниҙәндер ҡурҡыуҙан ғына түгел (ундай саҡта ҡот тиҙ ҡайта), ә күңел бушлығы тойоуҙан яйлап осоп юғала барғанлығын нисек кенә итеп аңлатырға икән? Хатта ғәжәп аҡыллы һүҙ һөйләгәндәр үҙ аҡылдарын үҙҙәре тотһа, үҙ балаларына, киләсәккә ни тиклем мәртәбә булыр ине лә, сәләмәт рухлы, тура һынлы, ихлас затлы киләсәк ҡалдырыр инек... Үҙ балаң менән туған телдә аралашыу күп ауырыуҙарҙан ҡотҡара бит, туғандар. Туған тел - ул туған моң. Ә туған моң - сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. Шуның өсөн Тәбиғәт беҙгә иҫ китмәле мөғжизә - МОҢ бүләк иткән.

 

Мәрйәм Бураҡаева.

 

Фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: