АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
3 Март 2023, 14:15

ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ИТМӘ ХЫЯНАТ!

Килер бер мәл: һин сәбәләнеүҙән, кемгәлер нимәлер иҫбатлауҙан туҡтарһың, тирә-яҡҡа йылмайып бағырһың, һәр кемгә оҡшарға тырышмаҫһың, кәңәштәр бирмәҫһең, тәнҡитләмәҫһең, ҡотҡарырға тырышмаҫһың... Үҙеңә оҡшамаған кешеләргә шылтыратмаҫһың... Кеше нимә менән мәшғүл, тип тирә-яҡтағыларҙы күҙәткәнсе күккә йышыраҡ ҡарарһың...Ғәфү үтенеүҙән, бәхәсләшеүҙән туҡтарһың...Ваҡытыңды ниңә бушҡа әрәм итергә? Күңелеңдә тыныслыҡ тойорһоң. Кемгәлер ярайым тип үҙгәрергә тырышмаҫһың...

Күңел тыныслығы—барыһынан да ҡиммәтерәк. Ваҡытлыса кешеләрҙән, ваҡытлыса әйберҙәрҙән мөһимерәк.

Үҙеңә оҡшаған нәмә — бары һинеке генә, көҙгөлә кемдең сағылышын күрәһең—шуныҡы ғына. Ә нишләп кемгәлер сағылыш оҡшамай тип, һин үҙгәрергә тейеш? Күңелеңдән сыҡҡан нур, ҡәнәғәтлек көҙгөләге сағылышты балҡыта, нурландыра икән—был иң мөһиме. Үҙең булып ҡал! Үҙ күңелеңә хыянат итмә, ул тыныс булһын! Шунда бәхет табырһың.

Автор:Резеда Валиева