Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Ғинуар 2023, 21:45

Аҡ айыуҙар ерендә

Бөгөн ватсаптағы курсташтар чатында аҡ айыуҙың вахтасылар ҡаласығына килгән аҡ айыуҙарҙы күргәс ағайым һөйләгәндәр иҫкә төштө: -Ерҙең сигендә алтын йыуабыҙ. Яҙ китәбеҙ ҙә, көҙ генә әйләнеп ҡайтабыҙ. Унда июнь - йәй түгел, июлде әйтеп тораһы ла түгел. Күберәк төнъяҡ балҡышы биләп ала, йәғни 1-2 сәғәт ҡараңғы булып ала ла ҡалған мәлдә яҡты. Эргәлә генә диңгеҙ, әммә мин унда барып ҡулымды ла йыуа алмайым: аҙым һайын аҡ айыу. Унда беҙҙә һыйырҙар яландарҙа нисек иркен йөрөй, улар ҙа шулай туң ер өҫтөн ҡыҙыра. Диңгеҙҙән балыҡ тотоп ашайҙар. Ҙурыраҡтары, әлбиттә, ҡурҡыныс тыуҙыра. Ҡулыбыҙҙа һәр ваҡыт газ баллончигы йөрөтәбеҙ. Бик һаҡ булырға кәрәк, юғиһә ташланыуы ихтимал. Ҡайһы ваҡыт ултырған техникаға килеп бәрелһә, ул хатта һелкенеп ҡуя. Ә балалары ашарға һорап беҙҙең арала йөрөй. Ныҡ ялҡыта башлаһа, берәй нәмә менән һуғып та ҡотолоп булмай. Ҡайһы ваҡыт эргәнән генә ҙуууууур аҡ айыу килеп үтеп китә. Уларын инде утрау хужалары тип йөрөтәбеҙ. Айыуға тарып бәләгә ҡалырға ярамай, сөнки унда дауахана бик алыҫ, аэропортлы урынға вертолет менән осоп барып етеүе үҙе бер бәлә. Көслө ел, буран булһа ул да осмай.  

Аҡ айыуҙар ерендә
Аҡ айыуҙар ерендә

Шулай ер аяғы, ер башында йөрөлә аҡса тип. Эшләү, йәшәү, туҡланыу бик яҡшы ойошторолған. Тик эсәр һыу наҡыҫ. Боҙҙо иретеп эсәбеҙ. Һаулыҡҡа зыян барҙыр инде, нисәмә йыл ҡояш күргән юҡ. Шулай ҙа быйыл тағы барырға иҫәп. Аҡ айыуҙар һағындырҙы,--тип йылмая ул.

Ә һеҙ аҡ айыуҙар араһында йөрөп эшләй алыр инегеҙме?

Автор:Гульдар Кадаева