АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
23 Ғинуар 2023, 14:05

ЯҢҒЫҘ ТҮГЕЛ, ӨСӘҮ ИНЕ...

Ә һеҙ ҡышҡыһын ҡарға күргәнегеҙ бармы? Ә беҙ йома көндө Юлдыбайға барышлай, унан ҡайтышлай ҙа уларҙы күрҙек.

ЯҢҒЫҘ ТҮГЕЛ, ӨСӘҮ ИНЕ...
ЯҢҒЫҘ ТҮГЕЛ, ӨСӘҮ ИНЕ...

Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй...Ә бына өсәү килтергән, ахыры. Бөгөн тышта йылы! Теге саҡ Юлдыбай юлында өс ҡарға йөрөй ине шул... Шаяртабыҙ, әлбиттә. Көн йылыныуы ҡарғаға бәйле лә түгел. Ә бәлки бәйлелер ҙә ... 

Ҡыш уртаһында ҡарғаларҙың беҙҙең төбәктә йөрөүе аптыратты. Бер яҡтан ғәжәп тә түгел. Ҡарғаларҙы Мәскәү, Питер, Һарытау, Воронеж, Рязань ҡалалары халҡы күптән инде ҡыш көндәре үҙҙәрендә күрә икән. Белгестәр быны йылдан-йыл климат үҙгәреүенә, көндәр йылына барыуына бәйләй. Икенсенән, ашарға ла тыбыуы анһатлаша бара. Кеше күгәрсен-турғайҙы һыйлағанда ҡарғаға ла өлөш тейә. Икенсенән, сүплектәрҙә «ем» етерлек.

Аҡыллы ҡоштарға адаптация өсөн күп кәрәкмәгән, күрәһең... Яңы шарттарға тиҙ өйрәнгәндәр. Алыҫ араларға ҡанат талдырып осҡансы, бында ғына яҙ килеүен көтөргә мөмкин.

 

Автор:Резеда Валиева