Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ғинуар 2023, 19:10

Бәхетһеҙҙәр бәхетлеләрҙең бәхетен кисерә алмай ялғаша...

Башҡаларға бер нәмә лә бирмәгән кешеләр була. Ябай һаранлыҡтан ғына түгел, ә булмыштарында бүлешер нәмә булмағандан. Улар эргәләгеләренә йылылыҡ бирә алмай, сөнки үҙҙәре өшөп-туңып йәшәй. Кәңәш бирмәй, уртаҡлашыр аҡылдары юҡ. Терәк була алмай - йөрәктәре йоҡа. Уй-хыялдары менән дә бүлешә алмайҙар – хыялһыҙ йәшәйҙәр. Ҡунаҡсыл түгелдәр, уларға аҙыҡ һәм ихласлыҡ матди байлыҡ кеүек. Шуларын кешегә бушлай биргеләре килмәй. Ундай кешеләр башҡаларҙы ҡыуандырып бүләк өләшмәй, күңелен үҫтерер хәбәр әйтмәй, ҡолас йәйеп ҡаршы алмай һәм теләк теләп оҙатмай. Һәр ваҡыт шик-шөбһәлә, икеләнеүҙәрҙә, һынап күҙәтеүҙә улар. Бөтә нәмәне лә яманлайҙар, үҙҙәренең уңышһыҙлыҡтарында барыһын да ғәйепләйҙәр, кемдәрҙелер әрләп-һүгеп алыуҙан йәм табып йәшәйҙәр🤢. Үткәнде һөйләйҙәр ҙә, киләсәккә ынтыла белмәйҙәр. Эстәрендә бүлешер йәмдәре булмағандан балалары, туғандары менән яҡын түгелдәр🙉. Шундай кешеләр була һәм улар аҙ түгел. Бәхетһеҙҙәр😓. 

Бәхетһеҙҙәр бәхетлеләрҙең бәхетен кисерә алмай ялғаша...
Бәхетһеҙҙәр бәхетлеләрҙең бәхетен кисерә алмай ялғаша...

Ана шул бәхетһеҙҙәр бәхетлеләрҙең бәхетен кисерә алмай ялғаша. Күңел тарлығын йыртып асып ҡояш яҡтыһын индереү урынына, ыу сәсеп ғүмерҙәрен үткәрә. Йәлләргәме, ытырғанырғамы уларҙан?..👺.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Гульдар Кадаева