АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Ғинуар 2023, 09:50

ҺЫНАУҘЫ ЛАЙЫҠЛЫ ҮТӘЙЕК

Ҡайһы бер кешеләр яман ауырыуҙар менән тыуа. Һәм кешеләр: "Ул баланың ни ғәйебе бар?"- тигән һорау бирәләр. Беҙ Ислам динендә һәр бала ла гонаһһыҙ һәм таҙа булып тыуыуына ышанабыҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә әйтә: " Һеҙҙең мөлкәтегеҙ, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ - һеҙҙең өсөн һынау."- ти.

ҺЫНАУҘЫ ЛАЙЫҠЛЫ ҮТӘЙЕК
ҺЫНАУҘЫ ЛАЙЫҠЛЫ ҮТӘЙЕК

Ҡайһы бер кешеләр яман ауырыуҙар менән тыуа. Һәм кешеләр: "Ул баланың ни ғәйебе бар?"- тигән һорау бирәләр. Беҙ Ислам динендә һәр бала ла гонаһһыҙ һәм таҙа булып тыуыуына ышанабыҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә әйтә: " Һеҙҙең мөлкәтегеҙ, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ - һеҙҙең өсөн һынау."- ти.
Был ата-әсә өсөн һынау булып тора. Бәлки ул баланың ата - әсәһе ныҡлы иманлы кешеләрҙер, һәм Аллаһ уларҙы ауырыраҡ һынау менән һынап ҡарарға булғандыр. Ислам дине шуныһы менән күркәм: һынау ауырыраҡ булған һайын, һауабы ла ҙурыраҡ. Бәлки Аллаһ Тәғәлә ул ата-әсәнең Ожмахтағы дәрәжәһен күтәрер өсөн биргәндер был һынауҙы.
Мәҫәлән, мәктәпте тамамлағандан һуң бирелгән экзамендар аспирантура һуңынан бирелгән экзамендарҙан күпкә еңелерәк. Әммә ул ауыр экзаменды биргәндән һуң һинең исемең янына тағы ла кандидат наук йәки профессор тигән исем өҫтәлә. Шуға күрә һынау ауырыраҡ булған һайын уның өсөн бирелгән Аллаһтың мәрхәмәте лә олораҡ була.
Был тормош бик тиҙ үтеүсән һәм киләһе тормош алдынан һынау өсөн бирелгәнен оноторға ярамай. Һәр кешене Аллаһ үҙенсә һынай. Ауырыу бала ата - әсә өсөн һәм киләсәктә үҙе өсөн дә һынау
ала. Аллаһ ауырыу бала биргәндән һуң ата- әсәнең иманы төшмәҫме? "Был ниндәй Илаһ? Мин күп намаҙ уҡыным, ә файҙаһы ҡайҙа?" - тип түҙемһеҙлек белдермәҫме?
Ныҡлы иманлы мосолман ниндәй генә хәл булмаһын: "Әлхәмдүлилләһ!" - ти. Барыһы ла тик Бер Аллаһ ҡушҡанса ғына була.
Аллаһ үҙ ҡолона әсәнең үҙ балаһына ҡарата булған мәрхәмәтенән дә изгерәк. Ул беҙҙе беҙҙең ата-әсәйебеҙҙән дә нығыраҡ яратыусан. Шуға күрә ниндәй генә хәл булмаһын, Аллаһ беҙгә "Әлхәмдүлилләһ!" - тип әйтерлек көс, сабырлыҡ бирһен!Амин!

Зәлиә Хаджам. Интернет селтәренән.

Автор:Резеда Валиева