АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
11 Ғинуар 2023, 10:00

ЯҘМЫШ

Күпмелер ваҡыттан, ире телефондан: “Миңә ауырыу ҡатын кәрәкмәй. Мин һине айырам” – тип шылтырата.

ЯҘМЫШ
ЯҘМЫШ

Яҙмыш. Яҙмыштан уҙмыш юҡмы? Күрәсәге маңлайына яҙылып тыуамы әҙәм балаһы? Асы яҙмыш яҙылған икән, бер ниндәй юл юҡмы икән үҙгәртергә?
Иғтибар иткәнегеҙ бармы, кемдер берәүебеҙ насарға дусар булһа,
“ Яҙмыыыш...” тип һуҙабыҙ. Ә бәхетлеләргә ҡарап, был хәбәрҙе әйтмәйбеҙ . Уйландыра. Әйтерһең дә, яҙмыштарҙың асыһы ғына яҙыла ла, матурын кеше үҙе ҡора.
Курганда дауаланып ятҡанда, төрлө яҙмышлы кешеләр менән аралашырға тура килде. Ауырыу донъяһы шулай, бер-береңә күңелде асып һалаһың. Бындай бушатыныу ниндәйҙер еңеллек килтерә һымаҡ.
Чечнянан Фатима (Патимат) исемле йәш, һылыу ҡатындың яҙмышы тетрәндерҙе. 29 йәшендә 40 йәшлек ире айырған. Өс йәшлек улдары бар. 2022 йылдың февралендә умыртҡа һөйәгенә ҡатмарлы операция үткәргән. Быныһында күҙәтелергә килгән. Ире лә чечен. Ата-әсәһе менән Төмәндә йәшәйҙәр. Операциянан һуң ҡарау кәрәк булғанлыҡтан, Фатима Чечняға тыуған йортона ҡайтып торор тип килешәләр. Күпмелер ваҡыттан, ире телефондан: “ Миңә ауырыу ҡатын кәрәкмәй. Мин һине айырам” – тип шылтырата.
- Беҙҙә, Чечняла, шулай тип әйтеү генә етә. Мин хәҙер уның ҡатыны түгел. Балам уның ҡарауында ҡаласаҡ, йола шундай, - ти Фатима.
Ул күнгән. Яҙмышына күнгән. Күҙҙәре тулы һағыш. Тән яраһын йән яраһы өҫтәп ҡаната. Йәлләүҙән беҙҙең дә йөрәк һыҙланы. Йыуатырға һүҙҙәр ҙә табыуы ҡыйын.
Икенсе яҡтан, Чечняның шәриғәт ҡанундарын еңә алмаһа ни, Төмәндә бит Рәсәйҙең ҡағыҙға төшкән закондары эшләр ине. Балаһын алырға тимәксемен. Фатиманың көрәшкеһе килмәй. Тимәк, яҙмышына ҡаршы барырлыҡ көсө юҡ.
Икенсе яҙмыш. Ҡаҙаҡ ҡыҙы Сания. Курганда тыуып үҫкән. Тыуғанында акушер хатаһы менән ике ботон да ҡаймыҡтыралар ( вывих тазобедренных суставов). Һөйләүенә ҡарағанда, бар ғүмере дауахана, шифаханаларҙа үтә. Курган клиникаһында ғына өс операция үткәргән. Минең бер генә маҡсатым – аяҡҡа баҫыу, ти. Аяғында йөрөй ул. Тик матур, төҙ итеп атлап йөрөйәсәкмен ти. Үҙе иҫ китмәле позитив кеше. Күҙҙәренән осҡон сәсрәп тора. Ә был осҡондоң сәбәбе – мөхәббәт. Ярты йыл элек кейәүгә сыҡҡан. Интернет аша ҡаҙаҡ егете менән танышҡан. Оҙаҡ ҡына аралашҡандар. Сания үҙе тураһында йәшермәй һөйләгән. Был егет , мин барыбер һине алып ҡайтам тигән. Яҙ көнө килгән, күргән. Уйынан ҡайтмаған. Киреһенсә, йәһәтләп алып ҡайтып киткән. Туйлап алған Санияны. Туй фотоларын һәр беребеҙгә күрһәтте. Шап-шаҡтай һау егет.
Тик бына шул Сания барыбыҙҙы ла көйәләндерҙе. Бер палатала булғас, телефон хәбәрҙәрен тыңларға тура килә. Эй ирен ҡаға ла һуға бит был. Ҡәйнәһенә ҡаршы ҡуя. Аңлауыбыҙса, ире аҡсаһын әсәһенә бирә. Әсәһе быларға айырым өй алып биргән икән, шуға түләшә. Сания был хәлгә риза түгел.
- Яҙмышыңды һынама, Сания. Бындай холҡоң менән һыуындырырһың үҙеңдән, - тип әйтәбеҙ. Төрлөсә аҡыл өйрәтәбеҙ. Беҙҙе аңлаған һымаҡ.
Аңламаһа, еңмешлеген еңмәһә, яҙмыш бүләге булған матур ғаиләһенән ҡалыуы бар.
Ике яҙмыш. Ике тормош. Тормошҡа ике ҡараш.
Шулай. Яҙмышымды үҙгәртер өсөн тормошомдоң ҡайһы ерендә ҡайһы яҡҡа боролоу кәрәк ине икән тип һорап булмай. Кире ҡайтып йәшәп ҡарап булмай бит. Шуға ла бәлки Яҙмыш тигәндәренә ышанырғалыр.
Ә шулай ҙа, яҙмышымды үҙем яҙам тигәндәрҙең йөрәктәре ҙурыраҡ, тотҡалары нығыраҡ һымаҡ.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Автор:Резеда Валиева