АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
7 Ғинуар 2023, 14:10

БАР УЛ МӨХӘББӘТ, БАР!

Атайым менән әсәйем бер- береһен ныҡ яраттылар. Уларҙың йәшләй генә башланған мөхәббәте йылдар үткән һайын көсәйә барҙы. Алтмыш дүрт йыл бергә йәшәнеләр.Атайым менән әсәйемдең мөхәббәте уларҙың көндәлек тормошонда, көнкүрешен дә, йәшәү стилендә, атлаған һәр аҙымында, әйткән һүҙҙәрендә минут, сәғәт һайын сағылды. Улар бергә саҡта ла бер- береһен һағындылар. Әсәйем өйҙә булмаһа, атайым үҙенә урын тапманы, кәйефһеҙ йөрөнө. Әсәйем дә, күршеләргә инһә, магазинға барһа, оҙаҡ тормай ҡайтып инә торғайны.

БАР УЛ МӨХӘББӘТ, БАР!
БАР УЛ МӨХӘББӘТ, БАР!


Әсәйем менән атайымдың мөхәббәте

Атайым менән әсәйем бер- береһен ныҡ яраттылар. Уларҙың йәшләй генә башланған мөхәббәте йылдар үткән һайын көсәйә барҙы. Алтмыш дүрт йыл бергә йәшәнеләр.
Атайым менән әсәйемдең мөхәббәте уларҙың көндәлек тормошонда, көнкүрешен дә, йәшәү стилендә, атлаған һәр аҙымында, әйткән һүҙҙәрендә минут, сәғәт һайын сағылды. Улар бергә саҡта ла бер- береһен һағындылар. Әсәйем өйҙә булмаһа, атайым үҙенә урын тапманы, кәйефһеҙ йөрөнө. Әсәйем дә, күршеләргә инһә, магазинға барһа, оҙаҡ тормай ҡайтып инә торғайны.
Атайым әсәйемде ҡурсалап ҡына торҙо. Уның тормошон, көнкүрешен, ҡулынан килгәнсе, еңеләйтергә тырышты. Колхозда ла артыҡ эшләтмәне. Бала саҡта атайымды ауыл советына, колхоз идараһына саҡыртып, ниңә ҡатыныңды эшләтмәйһең, тип әрләгәндәрен хәтерләп ҡалам. Бригадир сағында атайым әсәйемде тоҡ ямау, һарыҡ ҡырҡыу һымаҡ еңелерәк эштәргә йәлеп итә торғайны. Әсәйемә һүҙ теймәһен тип, колхозда ике кеше өсөн егелеп эшләне. Ауырлыҡты күтәреп, әсәйемде ел-дауылдан һаҡланы.
Атайымдың әсәйемде колхоз эшенән ҡурсалауы эгоислыҡтан түгел, ә ысынбарлыҡты дөрөҫ баһалауҙан ине. Бит өйҙә әсәйемә былай ҙа эш етерлек. Алты бала тәрбиәләй, уларҙы ашата, керҙәрен йыуа. Ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы ҡарай. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Арый, башы ауырта, ҡан баҫымы күтәрелә. Шуға атайым, мөмкин булғанса, уның эшен еңеләйтергә тырыша. Өйҙә, ҡатын-ҡыҙҙар эше тип тормай, булыша. Бешкән итте өлөштәргә үҙе бүлә, аҡсаны үҙе тота. Кухняға төрлө ҡоролмалар яһап, уңайлы мейес сығарып, ҡоро утын, тап-топ әҙерләп әсәйемә ярҙам итә.
Атайым: «Әсәйеңдән балаларығыҙҙы ҡаратмағыҙ, үҙегеҙ үҫтерегеҙ», - тип беҙгә алдан уҡ әйтеп ҡуйҙы. Шулай иттек тә. Был да атайымдың әсәйемде ҡурсалауын аңлата ине.
Атайымдың әсәйемә мөхәббәте тағы ла шунда күренде: ул уны яман һүҙҙәрҙән, ғаилә тормошон бутарға әҙер тороусы кешеләрҙән һаҡланы. Ул, беҙҙе тәрбиәләү маҡсатынандыр инде, һөйләгәйне: «Мин өйләнгәс, ауылдың ҡайһы бер ҡыҙҙары араға керергә, мине үҙҙәренә ымһындырырға маташып ҡарағайны. Ҡырҡа туҡтаттым. Ҡабат улайтып йөрөмәнеләр». Атайым үҙенең көндәлек тәртибе менән дә әсәйемә яман хәбәрҙәр килеүгә юл ҡуймаған.
Атайым да, әсәйем дә мөхәббәттәренә тоғро булдылар. Шикләнмәй, бер-береһенә ышанып йәшәнеләр. Әсәйем атайымды һуғыштан көтөп алды. Ауыл халҡы уның тоғролоғон хөрмәтләй торғайны. Атайым да әсәйемә хыянат итеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Әсәйемде ул бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙан, хатта балаларынан да өҫтөн күрҙе. Ул әсәйемде беренсе планға ҡуйғас, беҙ ҙә әсәйемде ололап, аллалаштырып йәшәнек.
Улар бер ваҡытта ла талашмағандарҙыр тип уйлайым. Һәр хәлдә мин ундай осраҡты белмәйем. Һүгенеү, бер- береңде кәмһетеү атайым менән әсәйемдең мөнәсәбәттәрендә күҙәтелмәне.
Ҡартайған көндәрендә бергәләп мөхәббәт йырҙарын йырлай торғайнылар. Улар башҡарыуында «Зәңгәр күлдәк», «Килә яуа бер болот» тигән йырҙар беҙҙең өйҙә йыш яңғыраны. Уларҙың йәнендә лә, тәнендә лә мөхәббәт ине шул.
Атай-әсәйемдең ҡәберҙәре лә зыяратта бер-береһенә терәлеп кенә ята. Минең уйымса, улар теге донъяла ла һөйөшөп, яратышып, бер-береһе өсөн үлә яҙып йәшәйҙәрҙер һымаҡ.
Ҡатыным менән айырылышып, мөхәббәткә шикләнеп ҡараған мәлдә, атай-әсәйемдең мөхәббәте миңә көс бирҙе, ышаныс тыуҙырҙы, ҡайғымды еңеләйтте.
Яҡты донъя менән хушлашыр алдынан атайым миңә: «Иптәшлән инде, улым. Башҡорт ҡыҙына өйлән», - тине. Әсәйем үҙенең холҡо, тәртибе, мөхәббәте, бөтә булмышы менән атайымда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына оло хөрмәт тыуҙырғайны.
Юғарыла һөйләнелгәндәр атайым менән әсәйем араһында көслө мөхәббәт булғанлығын күрһәтә. Һорау тыуа: ни өсөн улар бер-береһен шулай ныҡ яратҡандар икән? Был һорауға уларҙың яҙмышы, булмышы, тормошо яуап бирә.
Уларҙың мөхәббәтенең көсө – тәрбиәлелектә. Икеһенең дә ата-әсәләре – минең олатай, өләсәйҙәрем – уларға дөрөҫ тәрбиә биргән. Атайым менән әсәйем бер- береһенең һәйбәт сифаттарына ғашиҡ булғандар, холоҡтарын оҡшатҡандар, хөрмәт иткәндәр, ҡәҙерләгәндәр. Өйләнешкән саҡтарында уларҙың тәрбиәле холоҡтарынан башҡа байлыҡтары булмаған. Байлыҡҡа ҡыҙып ғаилә ҡормағандар. Байлыҡҡа ҡыҙһалар, бәлки, мөхәббәтәре ғүмерһеҙ булыр ине. Байлыҡ – бер айлыҡ. Ул ысын мөхәббәттең нигеҙе була алмай. Тормош кәрәк-яраҡтарын атайым менән әсәйем бергәләп йыйған. Дөйөм хужалыҡ, дөйөм маҡсат, ынтылыш уларҙы бер кешегә әйләндергән. Уларҙың мөхәббәтенең көсө ошолар менән билдәләнә.
Йәштәр: «Нимә ул мөхәббәт?» тигән темаға бәхәсләшергә ярата. Өлкәндәрҙең ауыҙынан: «Мөхәббәт юҡ ул»,- тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был мөхәббәттең нимә икәнен белмәүҙән килә. Яҙыусылар, уҡытыусылар, ғалимдар уны халыҡҡа дөрөҫ аңлатмай. Уларҙың тырышлығы менән мөхәббәт кешенән көслө итеп һүрәтләнә. «Мөхәббәт ул – утлы йәшен», «мөхәббәткә ҡаршы барып булмай», - тип ебәрәләр. Уларса мөхәббәт кеше менән идара итә. Йырҙарҙа, шиғырҙарҙа, легендаларҙа тасуирләнгән романтик мөхәббәтте эҙләп, көтөп, кеше әллә нәмәләр эшләп бөтә, хатта үҙенә үҙе ҡул һалыуға тиклем барып етә. Ҡул һалмағаны: «Мөхәббәт юҡ ул» тигән дөрөҫ булмаған һығымта яһай. Был – тәрбиәһеҙҙәр, аңһыҙҙар эше. Тәрбиәле кеше улай эшләмәй. Ул үҙ тойғоларына хужа була. Мөхәббәт уның менән түгел, мөхәббәт менән ул идара итә.
Атайым-әсәйемдең миҫалында мөхәббәттең ике тәрбиәле кеше араһындағы ысын, ғәҙел, изге мөнәсәбәт икәнлегенә ышанаһың. Мөхәббәт бар! Ул бәхетле тормоштоң нигеҙендә ята.

 

ФӘРҮӘЗ СӘФИУЛЛИН.

 

Һүрәт интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Резеда Валиева