АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Декабрь 2022, 20:35

ДОҒА КӨСӨ

Ошо ябай ғына доғаның көсөнә әленән-әле инанам. Бер көн былай булды. Янып торған майшәмде шылдырам тигәнсә, һул ҡулымдың өс бармағын ҡуша йәбештереп ҡайнар балауыҙ түгелде. Ҡапылғара нимә эшләргә белмәйсә, ашъяулыҡ менән һөртмәксе булһам, уныһы  йәбеште лә ҡуйҙы.

ДОҒА КӨСӨ
ДОҒА КӨСӨ

Доғалар кеше тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Аллаһы Тәғәләгә доғалар менән мөрәжәғәт итергә өйрәнгәнбеҙ, хатта ҡаныбыҙға һеңгән. Өләсәй-ҡәртәсәйҙәр ҙә беҙҙе өшкөрөп кенә торҙо. Илаулаһаҡ та, сырхап китһәк тә, доға ярҙамға килде.

Яңыраҡ юлда бер апай менән һөйләшеп киттек, һүҙебеҙ ҙә үҙенән-үҙе доға көсөнә барып ялғанды.

“Ошо ябай ғына доғаның көсөнә әленән-әле инанам. Бер көн былай булды. Янып торған майшәмде шылдырам тигәнсә, һул ҡулымдың өс бармағын ҡуша йәбештереп ҡайнар балауыҙ түгелде. Ҡапылғара нимә эшләргә белмәйсә, ашъяулыҡ менән һөртмәксе булһам, уныһы  йәбеште лә ҡуйҙы. Һыуыҡ һыуға тығып, саҡ һыҙырып алдым. Ҡул әрней, өс бармаҡ яна ғына, ҡып-ҡыҙыл. Саҡ ҡына ҡайнар һыу сәсрәһә лә әрнетә бит инде.

Төн етеп, йоҡларға ятҡас, шул өс бармағымды тотоп алдым да, шул доғаны уҡыным. Йоҡлап киткәнсе ҡабатланым. Һәм, Хоҙайҙың ҡөҙрәте, иртән уянғас, ҡараһам, ҡул тиреһе һап-һау! Бер генә ҡыҙарып, бүртеп торған ере лә юҡ!Ниндәй доға тип һорарһығыҙ. Үҙеңде өшкөрөү доғаһы ул. Хатта интернетта ла осрап тора, репостлайбыҙ ҙа үтеп китәбеҙ:

“Бисмиллә” ( 3 тапҡыр) әйткәс, ете ҡат “Әғүҙү би ғиззәтилләһи үә ҡудрәтиһи миң шәрри мәә әджидү үә үхәдзиру” тип уҡып, ауыртҡан ереңде һыпыраһың.

Нимә көслө- доға көслө тип юҡҡа әйтмәгәндәр, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә шулай тағы бер инандым!” – тип бәйән итте ул апай.

 

АВТОР: АЙГӨЛ АЙЫТҠОЛОВА.

 
Автор:Резеда Валиева