АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
11 Декабря 2022, 16:25

Ялҡаулыҡ синдромы

Оксфорд һүҙлегендә 2022 йылда иң киң ҡулланылған һүҙҙе билдәләгәндәр. Ул - гоблин режимы (goblin mode), йәғни ялҡаулыҡ синдромы тигәнде аңлата. Психологтар әйтеүенсә, был "сир"гә күпселек йәш быуын бирешә. Уларға компьютер һәм шундағы уйындарҙан башҡа бер ни кәрәк түгел. Өҫ-башын тәртиптә тотмайҙар, сүп-сар араһында, болала йәшәргә ризалар. Улар йәмғиәттәге ҡанундарға ғына түгел, иң яҡын кешеләренең фекеренә лә төкөрөп ҡарай.

Ялҡаулыҡ синдромыЯлҡаулыҡ синдромы
Ялҡаулыҡ синдромы

«Уларҙы был сирҙән аралауҙың берҙән-бер юлы - финанс яҡтан тәьмин итмәҫкә. Бер нисә көн ас торһалар, ауырыуҙары үҙенән-үҙе ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ», - ти белгестәр.

👆Бының менән килешәһегеҙме?
Комментарийҙар яҙығыҙ! 🖋

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас