АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Декабрь 2022, 19:05

БЕҘҘЕҢ БАЛА САҠ...

Ҡыш көнө окоп ҡаҙып, тунелдәр эшләп маз булдыҡ. Бейәләйҙәр ҡатып, быймалар боҙланып, асығып, өшөп бөтһәк тә ҡайтмайбыҙ. Нишләп ул тиклем өйгә ҡайтҡы килмәне икән?

БЕҘҘЕҢ БАЛА САҠ...
БЕҘҘЕҢ БАЛА САҠ...

"Минең дуҫым - гаджет" тип аталған асыҡ класс сәғәтенә әҙерләнгән саҡта үҙебеҙҙең бөтә бала саҡ күҙ алдынан үтте. Беҙ нимә уйнап үҫтек икән ?

Бала саҡта күп өйҙәрҙә телевизор, радио кеүек әйбер ҙә булманы. Бразилия сериалдарын ҡарар өсөн Нәзирә инәйгә барабыҙ. Уның "цветной" тип аталған телевизоры йәшел төҫтән генә тора ине. Унда ла әйләнгән һайын барып булмай. Күмәкбеҙ бит.

Санта-Барбара сериалы сығып киткәс эргә-тирәләге бөтә ҡатындар беҙгә киләләр. Беҙҙең телевизор черно-белый. Күрһәтмәй киреләнә башлаһа ырғып тороп башына, йә ҡырына һуғаһың. Эргәһендә дырылдап стабилизатор эшләп ултыра. Икенсе каналға бора торған ручкаһы һынып сыҡҡан өсөн янында тағы плоскогубцы ята.

Беҙҙең көндәр урам буйында уйнап үтте. Ерҙә түгел ағас башында, ҡыйыҡта, тағы ҡайҙалыр бейектә. Ер асылыу менән "таш черта" уйыны башланып китә, "кәле" һуғыу, уҙаман, малайҙар менән алыш уйнаған саҡтар ҙа булманы түгел, көн йылынһа Һаҡмар буйынан ҡайтышмайбыҙ. Һыу эсендә лә уйындар күп төрлө. Ҡаянан һикереү, сумып таш эҙләү, йәшенмәк, ярышып йөҙөү.

Ҡыш көнө окоп ҡаҙып, тунелдәр эшләп маз булдыҡ. Бейәләйҙәр ҡатып, быймалар боҙланып, асығып, өшөп бөтһәк тә ҡайтмайбыҙ. Нишләп ул тиклем өйгә ҡайтҡы килмәне икән😂

Әсәйҙәр әрләп , ҡайһы саҡ сыбыҡлап эҙләп алып ҡайтыр ине. Кейем һайламаныҡ, кем нимә бирә кейеп үҫтек. Аяҡ кейеме ҙурҙан алалар, берәр йылдан бәләкәсәйһә башын ҡырҡалар, тағы ҡыҫа башлаһа артын ҡырҡып бирәләр ҙә, табаны төшөп ҡалғансы кейәһең. Итек тә шулай. Ҡунысы йыртылһа- итек башы итеп уңайлап бирәләр😁

Матур бантик, заколкалар бик һирәк килеп эләгә. Йә сәпиттең камераһынан, йә нәски резинкаһынан эшләп алабыҙ ҙа шуны тағабыҙ😅

Иң тәмле ризыҡ ҡаймаҡ һөртөп, өҫтөнә шәкәр һибелгән икмәк. Икмәк турап, ҡаймаҡ туҡып бирелгән ҡатыҡ.

Матур бала саҡ булған, ивет?

 

Зөлфирә Таһирова, Йомағужа мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор:Резеда Валиева