АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
30 Ноябрь 2022, 10:35

АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР

* Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған—һаулығы ҡаҡшаған. * Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләгән эштең һөҙөмтәһе булмай. * Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул. * Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә , Хоҙай күрә. * Тәүҙә—эш, унан—уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай. * Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер. * Кешенең һәр әйткәнен вәғәҙә тип ҡабул итмә. * Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар. * Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер. * Ғәйеплеләрҙе эҙләмә—кем нисек теләй, шулай йәшәй. Кеше йә уның ҡылығы оҡшамай икән—алыҫ йөрө. * Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР
АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР

Ризаһығыҙмы ошо фекерҙәр менән? Ниндәй фекер өҫтәр инегеҙ?

 

фото: lisa.ru

Автор:Резеда Валиева