АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
29 Ноябрь 2022, 10:45

ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ!

Күңел ҡалған, арыным, бер нәмә лә ҡыуандырмай, барыбер, нимәлер эшләргә көс тә, дәрт тә юҡ... Был —апатия, был хәлдә һәр кем булғаны барҙыр. Апатия көслө физик һәм мораль көсөргәнеш кисергәндән һуң тыуа. Оҙайлы стрестар, сирҙәр, ауыр эш, ҡатмарлы хәлдәр... Артыҡ эмоциянан һуң бушлыҡ биләп ала. Шулай уҡ бер төрлөлөк, тәьҫорат һәм ҡәнәғәтлек кисермәү апатияға килтерә. Йәнә апатия психологик үҙгәрештәрҙең сәбәбе булыуы ихтимал (быныһы белгестәр эше). Нимә эшләргә? Нисек был хәлдән сығырға?

ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ!
ҮҘЕҢДЕ ЯРАТ!

 

Шунда уҡ дарыу эсергә ашыҡма. Ял ит. Бер төрлөлөктән ҡас. Ҡәнәғәтлек кисер. Киләсәккә пландар ҡор. Йоҡоң да, ашың да тәмле булһын. Аралаш. Үҙеңә рухташ, фекерҙәш булғандар менән аралаш. Бәлки, эшеңде, шөғөлөңдө алмаштырырғалыр? Эйе, ҡурҡыталыр. Бәлки, психологтарҙан ярҙам һорарғалыр? Әммә иҫендә тот: һәр кем үҙе генә үҙенә ярҙам итә ала.

Тормошта барыһы ла була. Иң мөһиме—төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм ышанырға. Тормошта бөтә нәмә ваҡытлыса. Иртәме, һуңмы барыһы ла үҙгәрәсәк. Тик үҙ көсөңдө һалырға кәрәк. Был бит һинең тормош. Үҙ-үҙеңә көстө йәлләмә! Үҙеңде ярат!

Олег Рой, яҙыусы.

Яҙыусы фекере менән килешәһегеҙме? Апатия булғылаймы? Унан нисек сығаһығыҙ? Фекерҙәр көтәбеҙ.

Резеда Усманова тәржемәһе.




Автор:Резеда Валиева