АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
26 Ноябрь 2022, 21:50

МИҘАЛДЫҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫ (2-се өлөш)

Тормошо гел шулай аҡлы - ҡаралы һыҙаттар менән барған өсөн дә түҙгәндер ул Айым, яҙмышына күнгәндер... Бер мәл, ул ваҡытта инде бишенсе балалары Нурзаниә лә бар ине, ире эскән башы менән кис ҡырын ат егә башланы.

МИҘАЛДЫҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫ (2-се өлөш)
МИҘАЛДЫҢ ИКЕНСЕ ЯҒЫ (2-се өлөш)
Тормошо гел шулай аҡлы - ҡаралы һыҙаттар менән барған өсөн дә түҙгәндер ул Айым, яҙмышына күнгәндер... Бер мәл, ул ваҡытта инде бишенсе балалары Нурзаниә лә бар ине, ире эскән башы менән кис ҡырын ат егә башланы.
-Ҡайҙа бараһың төн еткәс?

-Мираска барып, бер пиво эсеп ҡайтам.

-Малды ыҙалатып йөрөмә, йәйәү бар, йәки өйгә генә ҡайтып эс, кеше аптыратып йөрөмә..

-Торма әле, йәнемде көйҙөрөп, үҙем беләм!!!

Иҫерһәм Машка мине алып ҡайта ул ивет.?Оло бейәнең башына һуғып алды Фаяз. Былай ҙа арыу ғына "тейәгән" ирен эсе бошоп оҙатып ҡалды Айым...

Өйгә инеп бәләкәй ҡыҙын йоклатты, малдарҙы һарайға индереп япты. Этенә ашарға биреп, иртәнге мейескә утын индереп ҡуяйым тип утынлыҡҡа инде.

Киске тынлыҡта, яңы ҡарҙа шәп итеп ат юртҡаны, иренең йән көсөнә әйҙәләп ҡыуалағаны ишетелде.

"Әә, тыңлаған әле" булды беренсе уйы. Бәлки, Мирасы өйҙә юҡтыр, ә бәлки Рәмзиә апай пиво бирмәгән инде...

Төрлө уйҙар килһә лә башына, кис кәртәгә инеп, ваҡытында туғарыласаҡ малды уйлап ҡайғыртты.

Ҡайһы берҙә бит күрше ауылдарға :Һатлыҡ, Хвалын, Төпсән, Бикбулаты ҡалмай төн тип тормай сығып китә. Бейә үҙе өйгә алып ҡайта. Барыһы ла йоҡлаған мәл дә һөйләшерлек рәте булмаған ир инеп ауа.Бейә таңға тиклем туғарылмай өшөп, тире боҙ булып ҡатып тора бахырҡай. Тәмле йоҡоһон бүлеп, ҡайһы берҙә кейенеп сығып туғарып ҡуя ине Айым.

Иртән бахмурға килгән дуҫтарына:
-Ә мин һин дә мин ҡайтып ятҡанмынсы, ат туғарылған, бесән һалынған..

Айым түҙмәй көлөп ебәрә..
-Яман ныҡ туғарҙың шул.. Курткаң да хатта үҙе туғарылып диван эргәһендә ята ине.

-Әйтәм, ызбурыйҙар мин ҡуйған урында түгел шул, тип ризалашҡан була...

.... Бейә арманһыҙ булып юртып ишек алдына килеп инде лә егелгән килеш тупһа алдына ауҙы ла ҡуйҙы.

Аһ тип ҡысҡырып ебәрҙе Айым
-Нимә булдыыы?

-Белмәйем әле, бар тиҙ бул Хәйҙәр ағайға барығыҙ, алып килегеҙ, ҡорһағы йыртылды ахыры... Тегер кәрәк.

12-13 йәшлек улдары йән фарманға йүгереп, тиҙ арала ветврач Хәйҙәр ағайҙы алып килде..

Башын ергә һалып, ауыр тын алған бейәне, матурлап ҡарап сыҡҡандан һуң, тәжрибәле мал табибы :
-Салығыҙ үлмәҫ борон, көсәнгән һайын эсәге нығыраҡ сыға, етмәһә һыуыҡ.
Был осло нәмә үтә сыҡҡан булырға кәрәк...

- Нимә ҡарап тораһың сал тим, тьфү ирлегеңде әйтеп бирәйем. Туғарып һал атыңды тип әрләргә кереште.
Шаңғыған иҫерек ирҙе этә - төртә үҙе лә йүгән - дилбегәне, ҡамыт - ыңғырсаҡты һүтешеп - туғарырға ярҙам итте....

Төндә лә спиртлы эсемлек һатҡан магазиндан һыра алғас Мирас дуҫына тура китә ире.
Иҫерек кешегә дингеҙ тубыҡтан. Көрт кистереп баҡса артынан инеп, кәбәндәр тирәһенә ҡуяйым атты тип уйлай ул.

Бесәне әҙ ҡалған кәбән төбөн соҡоп, һарай башына тултырып ҡуйған була дуҫы.
Тик туң бесәнде соҡоп, ҡуптарған ломын алырға онота.

Юртып барған ыңғайы ҡараңғыла соҡорҙо абайламаған бейә ана шул осло лом өҫтөнә килеп менә.

Юғары тиҙлектә, ауыр кәүҙә үҙ эшен эшләй - лом үтәгән үтә сыға...

Башҡа саҡ бик шәп булып ҡыланған ире, өҫтөн дә сисмәй мышнап илап кемгә шылтыратырға инде, һуйышырға тигәндә лә бөтөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала Айым.

Тиҙ генә ҡустыларына шылтырата. Улары йәйәү 3 км араны ярты сәғәттә үтеп килеп тә етә. Ауылдан 3-4 ирҙе йыйып ала ҡустылары...
Кеше эҙләйем тип сығып киткән еҙнәләре тағы ла нығыраҡ иҫереп ҡайта...

Тупһа алдында, кеше һымаҡ ауыр көрһөнөп, күҙҙәренән йәше тупырлап ятҡан Машканы йәлләп үкһеп, әсенеп илай Айым.
Әсәһен йыуатып, арҡаһынан ҡағып ҡуйған була улы. Ул да түҙмәй өйгә инеп, үҙ карауатына ҡапланып илай...Төнгө 12-се ярты.. Айым мунса тоҡандырып ебәрә.

Һыу эҫетә, эсәк аралар кәрәк тә һуң... Бик һуңлап китһәләр иртәгә берәйһенә әйтеп эсәген эшкәртер..

Төн шул тиклем һыуыҡ.Бейәне һуйышырға килгән ир - аттар алмашлап ҡулдарын йылытып ала - ала эштәрен дауам итәләр...Һаман да айныға алмаған иренән бер файҙа юҡ.
Салауат тигән ағай :
-Ҡуй, килен, ыҙаланма, иртәгә берәйһенә иртүк әйт тә, матурлап әйләндерерһегеҙ тине.

Шулай итте лә Айым. Көс еткеһеҙ эсәк - ҡарынды йылы мунсаға индерешеп һалды егеттәр...Итте урынлаштырып элеп, йылы өйгә инеп ашап - эскәндә төнгө 3-сө ине..

Иртән иртүк күрше ауылда, Айымдың тыуған ауылында йәшәгән, бергә үҫкән, бергә балалар бағып, ҡатышып йәшәгән әхирәтенә шылтыратты..

Рәғиҙә бар эшен ташлап ярҙамға ашыҡты. Төн уртаһында ярҙамға килер дуҫтары, яҡындары булыуына ҡыуана ине Айым.Әхирәтенең мал - тыуары ла иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Ире ҡырҙа эшләй. Ауыл аша ярҙамға килгән Рәғиҙә лә донъя ауырлығын күп күргән ҡатын. Ауыр мәлдәр менән уңышлы, күңелле ваҡиғаларҙы тормош сиратлап биргәнен ул да аңлай... Бергә - бергә йәшәгәндә генә тормош көтөүе еңел. Урынына еткереп, таҙа итеп, ҡарта - эсәктәр йыуылды. Һимеҙ бейә ҡаҙылығын Айым ике көн тултырҙы. Тоҙлап, борослап, күп кенә һарымһаҡ ҡушып эшләнгән был ҡаҙыны кем генә ауыҙ итмәне... Арыу ғына ите лә һатылды, ҡаҙыны ла йөрөтөп һатты Айым.

Балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөгән иренә былай тине.
-Әйҙә йыйылған аҡсаға ҡолон алайыҡ. Әсәһенән тороп ҡалған Йондоҙға ла иптәш булыр.
Бесән бар, һоло алырбыҙ...

Шулайтып ул йылды ике ҡолон алып та ҡуйҙылар.
Береһен әлеге Мирас дуҫынан һарыҡҡа алыштырып, икенсеһен аҡса йыйыштырып туғандары менән уртаҡҡа алдылар...

Алдағы көҙөнә ике тай һуйҙылар. Ә йәш ярымдан уҙған Йондоҙ оҙаҡ йылдар кәртә йәме, ғаилә туйҙырыусы булыр өсөн ҡалдырылған бейә малы ине.

Алдағы яҙ уның малай ҡолоно тыуҙы...

Дауамы бар.
 
Автор: АЙГӨЛ ИҘРИСОВА

фото: Pinterest
 
Автор:Резеда Валиева