Бөтә яңылыҡтар
Фекер
20 Ноябрь 2022, 11:50

ЙЫР ТАНҺЫҒЫ

Йыр танһыҡ саҡта тойғолар ҙа тәбиғи, кеше ихлас ине. Бер мәл Айрат Ғайсин киләсәктә халыҡ йырҙары, классик музыка ғына ҡаласаҡ, башҡалары онотоласаҡ тигәйне. Шул заманға етеп киләбеҙҙер тием. Йырҙың танһыҡ сағы һағындыра,--тип яҙа яҡташыбыҙ, шағир Әхмәр Үтәбай.Ә һеҙгә ниндәй йыр танһыҡ?

ЙЫР ТАНҺЫҒЫ
ЙЫР ТАНҺЫҒЫ

--Беҙ мәктәптә уҡығанда, йәш саҡта йырҙар әллә ни күп түгел ине. Һәр хәлдә, бар белгәнебеҙ "Мәктәп юлы", "Тышта ҡар яуа", "Бүләк", "Йәш ғүмер", "Ҡыр ҡаҙҙары", "Иҫеңдәме, иркәм?", "Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?", "Мәрйәмем" кеүек тиҫтәләп кенә йыр булғандыр. Халыҡ йырҙарына ул саҡта теш үтмәне. Уның ҡарауы, йырҙың ҡәҙере бар ине, йырҙар, күп булмағанлыҡтан, танһыҡ булды.
Хәҙер иһә йырҙар сүп үләне урынына йөрөй, уларҙың 90 процент самаһын йыр тип атарлыҡ та түгел. Күптең ҡәҙере лә юҡ, халыҡ йырҙан бүкте.
Йыр танһыҡ саҡта тойғолар ҙа тәбиғи, кеше ихлас ине. Бер мәл Айрат Ғайсин киләсәктә халыҡ йырҙары, классик музыка ғына ҡаласаҡ, башҡалары онотоласаҡ тигәйне. Шул заманға етеп киләбеҙҙер тием. Йырҙың танһыҡ сағы һағындыра...,--тип яҙа шағир Әхмәр Үтәбай.

Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Ҡайһы йырҙы тыңлап туймайһығыҙ?

Автор:Резеда Валиева