АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ноябрь 2022, 19:35

БӘХЕТ ТЕЛӘ ЛӘ ЕБӘР

Улым бер ай элек ҡыҙын етәкләп килеп инде: --Әсәй, бына минең алтыным. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ һәм бергә йәшәргә хәл иттек. (Ә мин нимә? Ҡаршымы ни? Һәр әсә кеүек үҙ балама тик бәхет теләйем. Бергә йәшрәгә теләйҙәр икән—бергә йәшәһендәр). --Әлбиттә, улым. Бар аш бүлмәһенә үтегеҙ, сәй эсегеҙ. Ә мин һинең кейемдәреңде йыя торам. --Нисек инде кейем йыяһың?—тип улым миңә төбәлде. --Кейемдәреңде йыям! Һеҙ бит бергә йәшәргә теләйһегеҙ?

БӘХЕТ ТЕЛӘ ЛӘ ЕБӘР
БӘХЕТ ТЕЛӘ ЛӘ ЕБӘР

 

Улым бер ай элек ҡыҙын етәкләп килеп инде:

--Әсәй, бына минең алтыным. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ һәм бергә йәшәргә хәл иттек.

(Ә мин нимә? Ҡаршымы ни? Һәр әсә кеүек үҙ балама тик бәхет теләйем. Бергә йәшрәгә теләйҙәр икән—бергә йәшәһендәр).

--Әлбиттә, улым. Бар аш бүлмәһенә үтегеҙ, сәй эсегеҙ. Ә мин һинең кейемдәреңде йыя торам.

--Нисек инде кейем йыяһың?—тип улым миңә төбәлде.

--Кейемдәреңде йыям! Һеҙ бит бергә йәшәргә теләйһегеҙ?

--Әәәссәй, фатирҙы ҡуртымға алыу ҡиммәткә төшә. Мин дә, ул да уҡыйбыҙ бит әле. Беҙ ошонда, һинең менән бергә йәшәрбеҙ тигәйнек. Бер бүлмәлә генә, һиңә ҡамасауламаҫбыҙ.

Эйе, беләбеҙ инде. Үҙем ҡәйнәм менән ун йыл йәшәнем, түҙҙем. Шул арала ҡәйнә менән ара боҙолдо. Һмм, хәҙер генә ул “ҡамасауламаҫбыҙ” тип торған булалар. Ә бер айҙан, унан һуң башлана: һыйҙырмай, ҡыҫыла һәм башҡаһы... Бындай бәхет миңә кәрәкмәй. Эй, ҡыҙ бала, һин әле улымды ҡосаҡлап тораһың, аңламайһың бит әле ҡәйнә менән йәшәү нисек икәнен, мин һине был нәмәнән алдан уҡ ҡотҡарам...
Шундай уйҙар үтте баштан һәм мин:

--Юҡ, улым, үҙеңде шулай ҙур тип иҫәпләйһең икән, һөйгән ҡыҙың менән йәшәргә теләйһең икән, үҙ проблемаңды үҙең хәл итергә өйрән. Ситтән тороп уҡырға күс, эш тап, йәшәрлек шарттар булдыр.

--Әсәй, һин нимә? Мин фатирҙы ҡуртымға ала алмайым. Ә ятаҡта, коммуналкала йәшәгем килмәй.

Үәт, йәштәр! Коммуналкала йәшәргә теләмәй, имеш. Ә минең фатирҙы коммуналкаға әйләндерергә уйлайҙар.

--Ҡыҙым,--буласаҡ киленгә өндәштем,--һин улымды яратаһыңмы? Сәйер һорау бирәмдер инде, бергә йәшәргә теләгәс, яратаһыңдыр инде...

--Эйе, яратам улығыҙҙы,--тине ҡыҙ.
--Улым, ишетәһеңме, ул һине ярата. Ә һөйгән менән ҡыуышта ла ожмах ул. Шулаймы, ҡыҙым?—тип ҡыҙға ҡараш ташланым.

--Эйе, дөрөҫ. Мин коммуналкала булһа ла йәшәргә риза, тик янымда булһын.

–Үәт, улым, һеҙҙең барыһы ла яҡшы булыр. Янығыҙҙа минең буталып, ҡыҫтырылып йөрөмәгәнгә һөйгәнең һиңә рәхмәтле булыр. Әйҙәгеҙ, үҫкәндәрем, үҙ тормошоғоҙҙо үҙегеҙ ҡороғоҙ. Ҡурҡмағыҙ, ятаҡҡа бармаҫһығыҙ, фатирҙы ҡуртымға алығыҙ, һеҙ аяҡҡа баҫҡанса ярҙам итермен. Һеҙ ҙә мине онотмағыҙ, килеп әбейҙең хәлен белеп тороғоҙ.

--Һеҙ бит әле әбей түгел. Әбей булырға тағы ҡырҡ йыл йәшәр кәрәк,--тине ҡыҙ.

Йәнә ярты сәғәттән балалар артынан ишек ябып ҡалдым, үкереп иланым. Улым үҫкән, кәләш алырлыҡ булған...

Шулай ҙа уларға йәбешеп ятырға ярамай. Өлкәндәр ата-әсәнән айырым йәшәргә тейеш. Мин үҙемдекен эшләнем: үҫтерҙем. Ебәрергә ваҡыт еткән.

 

Интернет селтәренән. Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе.

Автор:Резеда Валиева