

—Ғаилә, һаулыҡ, аҡса...Ә нисек бер нәмәң дә юҡ ине, хәҙер барыһы ла бар? Алама ҡатын менән быға өлгәшеп булмай. Тапҡанһығыҙ! Өлгәшкәнһегеҙ! Ә һин ҡанатым ҡайырылды тиһең... Ә һин тотҡарланһаң, ҡатының шылтырата, сөнки ул борсола, һинең өсөн борсола.
—Артыҡ иғтибар. Сикләй мине. Арыным.
—Һине хәстәрләгән, һине яратҡан кәләшеңде әрләрҙән алда, уйлан. Нимәң юҡ ине, уның менән нимәле булдың?
Ир уйланды. Ысынлап та, ҡатыны уны, ул ҡатынын, улын ярата. Дуҫтары бик һирәк ҡалды. Кемеһелер эсә, кемеһелер төрмәлә... Ҡатыны тәмле бешерә. Өйҙә бөхтә, йылы, ҡотло. Ғөмүмән, ғаиләңдең булыуы бик һәйбәт тә һуң! Ҡатыны булмаһа, ир ни эшләр ине? Ҡанаты булмаҫ ине. Ә әле бар—улы һәм ҡатыны.
...Ирҙең тәмәке тартҡыһы ла килмәй бит. Ул өйөнә ҡайтырға ашыҡты. Ҡатыны ике тапҡыр шылтыратып ташлаған икән...