Фекер
7 Ноября 2022, 04:45

ЙӘН

Йәндәрҙең рухи кимәлен етегә бүлергә була. Шартлы рәүештә, әлбиттә. Иң юғары йәндәр рухи яҡтан тулыһынса таҙарған, уларға һынау, төҙәлеү, сафланыу өсөн матди донъяға килеү кәрәкмәй. Ә иң түбәндәге йәндәр, киреһенсә, төрлө насар һыҙаттарынан ҡотолмаған әле. Улар матди донъялағы ябай күренештәрҙе генә аңлата ала, әммә үҙҙәре лә, кимәле буйынса аҫҡы баҫҡыста торғанға, һиңә рухи яҡтан таҙарыр өсөн яҡшы кәңәш бирә алмай. Өй эйәләре - ана шул иң түбәнге кимәлдәге йәндәр. Доға уҡымайынса бәйләнешкә сыҡһаң, һиңә фәҡәт ана шул түбән рухлы йәндәр генә килә. Рухи донъяны аңлар, файҙа алыр өсөн, таҙарыр өсөн юғары рухтар менән аралашырға кәрәк. Ә быға доға, намаҙ уҡымайынса өлгәшеп булмай...

ЙӘНЙӘН
ЙӘН

Был һүҙҙәр Наил Ғәйетбаевтың «Йән» исемле романынан өҙөк.
Әйткәндәй, бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс әҫәр. Был роман «Ағиҙел» журналының 5-се, 6-сы, 7-се һандарында донъя күрҙе.

 

Фото: placepic.ru

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас