

Социаль селтәрҙәр аша күптәребеҙ Фәнилә Йәндәүләтова тигән шағирәне беләлер. Ул Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әле Ҡаратал ауылында йәшәүсе ябай ҡатын. Уның шиғырҙары халыҡсан, ябай, тәрән мәғәнәле. Фәнилә апай бала саҡтан яҙышҡан. Күптән түгел ул бынан 40-41 йыл элек яҙған нәҫерен табып алған, ул район гәзитендә баҫылған булған. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, Фәнилә апай ике исемле, икенсеһе—Фирүзә. Ә ҡыҙ фамилияһы -Сөләймәнова.
Ҡараштарым менән йылы яҡҡа осоп барыусы ҡоштар төркөмөн оҙата инем. Яҡында ғына: «Йығыла күрмә, балам»,—тигән тауыш ишетеп һиҫкәнеп киттем. Һағыш һәм моң менән мөлдөрәмә тулып, сайпылырға ғына торған күңелем үҙенекен итте: күҙҙәремде ҡапыл йәш пәрҙәһе ҡаплап алды. Ҡараштарымды тауыш килгән яҡҡа төбәнем. Унда бер-береһен ҡыуышып, әсә менән бала уйнай ине. Ниндәй бәхетле, ниндәй шат улар! Сабый, алһыу йөҙөн уймаҡландырып, көлә-көлә йүгерә, ә әсәһе уның артынан «ҡыуа» төшкән. Әсә кеше балаһының йүгереп йөрөүенә ҡыуанһа ла, ул йығылып китмәһен, тип борсола. Күпме наҙ, күпме һөйөү бар әсә һүҙҙәрендә! Ирекһеҙҙән мин уйҙарым менән бала саҡҡа әйләнеп ҡайтам.
Мин әсәйһеҙ үҫтем. Үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтым, тирә-яҡҡа айныҡ күҙ, саф күңел менән ҡарарға өйрәндем.
Әсәй! Бер тапҡыр ҙа күрмәгән, осрашып һөйләшмәгән әсәйем минең! Бөтөнләй хәтерләмәйем бит мин һине... Аҡ йөҙлөмө, һин ҡуңырмы? Һоро күҙлеме һин, зәңгәрме? Мин бит һинең күкрәк һөтөңдөң тәмен дә, ҡулдарыңдың наҙын да, йөрәгеңдең йылыһын да тоймай үҫтем. Бына әле «Әсәй! Әсәкәйем!» тиһәм дә, йөрәкһенеп һине саҡырһам да, үҙеңә был һүҙҙәрҙе бер ҡасан да әйтә алмам, ахыры. Сөнки...һин мине үҫтерәм, мине кеше итәм тип, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоулы көндәр үткәрмәгәнһең, минең өсөн ғүмереңдең бер генә өлөшөн булһа ла сарыф итмәгәнһең. Мең ғазаптар кисереп, әрнеп-һыҙланып донъяға тыуҙырғанһың да, сабыйыңдан баш тартҡанһың.
Ике айы ла тулмаҫ элек етем ҡалған балаңдың һине таптырып, өҙөлөп-үрһәләнеп, бәғерҙәрҙе телерҙәй илауҙарын нисек ишетмәнең, әсәй? Уның ниндәй яфалар күреп, ыҙа сигеп үҫеүен нисек күрмәнең һин, әсәй? Күңелең шулай боҙ кеүек һалҡын, таш кеүек ҡаты инеме ни?
Анау йөрөгән сабый ише минең дә уйнаған, йығылып илаған саҡтарым булғандыр, тик янымда борсолоусы әсәйем генә булмағандыр...
Кешеләр! Ишетәһегеҙме: һеҙгә мин—әсә наҙынан, әсә иркәләүенән мәхрүм булып үҫкән ҡыҙ бала—мөрәжәғәт итәм. Сабыйҙарығыҙҙы иң яҡын, иң ғәзиз кешеһенән айырмағыҙ! Уларҙың үтә нескә күңелен китмәгеҙ, ғүмерлеккә бәхетһеҙ итмәгеҙ! Балаларығыҙ әсәһе менән ғорурлана алһын, уға арнап йырҙар яҙһын, уның изгелектәре алдында баш эйһен, сит ерҙәрҙән уны һағынып, ҡанатланып ҡайтһын! Әсә һөйөүенән мәхрүм үҫкән баланың күңеле һәр саҡ китек була. Шуны онотмағыҙ, әсәләр! Минең әсәйем кеүек ғәмһеҙ-вайымһыҙ, таш бәғерле булмағыҙ!
Фирүзә Сөләймәнова.
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.