АТАЙСАЛ
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Фекер
31 Октября 2022, 11:05

Үҙеңде һаҡла!

Һинең донъяң емерелгәндә һәм ватылғанда, яҙмыш емереклектәре өйөмөнән һине тартып сығарыу өсөн кемдер ярҙам ҡулы һуҙыр, тип көтмә.Үҙеңдән башҡа һине бер кем дә аяғыңа баҫтырып, ҡанаттарыңдың саңын ҡаҡмаясаҡ...

Үҙеңде һаҡла!Үҙеңде һаҡла!
Үҙеңде һаҡла!


❤ Үҙеңде һаҡла...
Йылмайыу һәләтеңде юғалтҡанһың икән, уны яңынан үҙең табып ала алмаһаң, һиңә бер кем дә йылмайыу бүләк итмәйәсәк. Күҙ йәштәреңдән оялма, тик бел - уларҙы тик ваҡыт ҡына киптерергә ярҙам итер.

😘 Күңел көсөңдө буш үкенеүҙәргә сарыф итмә — күңелең таушалыр, ә был бер кемгә лә кәрәкмәй...

❤ Үҙеңде һаҡла...
Һинең йомартлығың менән файҙаланған кешеләргә "юҡ" тип әйтә бел һәм көсөң бөтөүен һиҙһәң, туҡта, көс туплар өсөн ваҡиғалар үҙәгенән сығып тор.

❤️ Үҙеңде һаҡла һәм иҫеңдә тот, һин үҙең өсөн берҙән-берәү, үҙеңде тулы килеш һаҡла. Үҙеңде ярат, һиңә мөхәббәт бүләк итергә теләүселәр донъяла бигүк күп түгел, әммә, был һинең уға лайыҡ түгеллегеңде аңлатмай.
❗Үҙеңде һаҡла, әгәр һин һаҡламаһаң, быны бер кем дә эшләмәйәсәк...

© Алина Ермолаева
Тәржемә: "Хазина" төркөмө ❤️

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас