

Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәргә һинһеҙ ҡыйын буласаҡ. Атай-әсәйеңә, мәҫәлән, балаларыңа, һине берҙән-бере итеп һөйгән яртыңа... Бына шуны бер ҡасан да оноторға ярамай!
Атайымдың кабинетында хәҙер икенсе доктор ҡабул итә. Минең атайым юҡ шул инде. Ә бит ул эш тип өҙөлдө, үҙен әрһеҙләне, коллегалары ла аяманы – табиптарҙы ғөмүмән берәү ҙә йәлләп тормай. Ә үлеп киткәйне, урынына шунда уҡ икенсе кешене табып та ҡуйҙылар. Бына шулай, бөтәбеҙгә лә алмаш табыла, беҙ булмаһаҡ та, донъя үҙ яйы менән тәгәрәп китеп кенә бара...
Ә бына иң яҡын кешеләрең, хатта этең менән бесәйең, һине ғүмерлеккә юғалта. Уларға һинһеҙ ныҡ ҡыйын. Сөнки һине башҡа берәү менән дә алмаштыра алмайҙар. Ғүмерлек юғалтыу менән килешергә генә ҡала. Юҡ ундай кеше, башҡа булмаясаҡ... Шуға үҙегеҙҙе яҡындарығыҙ өсөн һаҡлағыҙ тип әйткем килә.
Анна Кирьянова.
Рәхимә Мусина тәржемәһе.
👆Зөһрә йондоҙ төркөмөнән